Яңылыҡтар
4 Августа 2021, 05:52

Өләсәйем кәңәштәре..

 Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй - шулай йәшәй. Кеше оҡшамай икән - йыраҡ йөрө.

Өләсәйем кәңәштәре..Өләсәйем кәңәштәре..
Өләсәйем кәңәштәре..

Өләсәйем кәңәштәре...


✅ Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған - һаулығы ҡаҡшаған.
✅ Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ.
✅Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.
✅ Хәрәкәттә - бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлау йә ятыу файҙаға килтермәҫ.
✅ Һөйләр алдынан тыңла.
✅Көн дә бер булһа ла яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.
✅ Тәүҙә - эш, унан - уйын. Тормош уйын, кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.
✅ Тирә яғыңды һәм үҙеңде таҙалыҡта тот. Йоҡлар алдынан аяҡты булһа ла сайырға кәрәк, тик һалҡынса һыу менән. Эҫе һыу тәнгә зыян.
✅Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.
✅ Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һәйләр, аҡыл өйрәтер.
✅ Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.
✅ Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гөнаһлы булып ҡалыуың бар.
✅ Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.
✅ Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең күрерһең, тормошоң йәмләнер.
✅ Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй - шулай йәшәй. Кеше оҡшамай икән - йыраҡ йөрө.
✅ Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.

 

 

Автор:
Читайте нас