Яңылыҡтар
15 Июль 2021, 05:40

Стәрлетамаҡта бәләкәй малай урамда әсәһен эҙләп йөрөгән

-

Баланы ике ҡатын туҡтатҡан. Улар полиция саҡыртҡан, малайҙы ашатҡан. Баланы «Данко» социаль-реабилитация үҙәгенә алып киткәндәр.

Бөгөн әсә табылған. Ауырғазы районынан 22 йәшлек ҡатын улын эҙләп полицияға килгән. Баҡтиһәң, ул әхирәтенән улы менән ултырып тороуын һораған, ә үҙе эш буйынса киткән. Әхирәте баланы юғалтҡан.

Хәҙер йәш әсә улын ҡайтарыу өсөн документтар йыя. Эске эштәр министрлығында был осраҡты тикшерә башлағандар.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас