Башта, әлбиттә, беҙҙең турала төрлө ғәйбәт, яман һүҙҙәр һөйләнеләр. Тик ирем үҙенең туғандарынан да, минекеләрҙән дә һүҙ әйттермәне, ҡыйырһытманы, улымды үҙенең балаһы кеүек ҡабул итте, тәрбиәләне. Яйлап, бөтәһе лә үҙ урынына ултырҙы, ҡәҙимгесә йәшәп алып киттек. Хәҙер икенсе балабыҙ – ҡыҙыбыҙ бар. Бер ҡарауға, кешенән кәм-хур йәшәмәйбеҙ, улымды бергә үҫтерҙек, ул иремде “атай” тип кенә тора, уҡыттыҡ, әле армияла хеҙмәт итә. Ҡыҙыбыҙ ҙа үҫеп килә, быйыл 1-се класҡа уҡырға бара. Иптәшемдең тәүге ҡатынынан балалары, ейәндәре беҙгә килеп йөрөй, сыр-сыу килеп, ғауғалашып ултырған юҡ, һәүетемсә йәшәп ятабыҙ, Аллаға шөкөр. Үҙем эшләйем, ике юғары белемем, яратҡан һөнәрем бар. Өйҙә лә, эштә лә өлгөрөргә тырышам, бигерәк тә тәмле-татлы итеп бешеренергә, бәйләргә, китап уҡырға яратам. Бергәләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар, бал ҡорттары ҡарайбыҙ, үҙебеҙҙең көс менән тапҡан малға, донъяға ҡыуанып йәшәгән булабыҙ. Беҙҙән кеше өҙөлмәй: балалар, ейәндәр (иптәшемдең тәүге ҡатынынан), туғандар, таныштар, дуҫтар килеп-китеп тора, Аллаға шөкөр. Бөтәһенә лә асыҡ йөҙ күрһәтергә, ихлас ҡунаҡ итергә, күңелдәрен күрергә тырышабыҙ...