Яңылыҡтар
15 Июль 2021, 05:06

Өфөлә һыуҙа бер ирҙең кәүҙәһе табылды: уның шәхесе асыҡлана

-

14 июль кисендә Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә Романовка ҡасабаһында урынлашҡан карьерҙа бер кеше һыуға батҡан тигән хәбәр килгән.
Эҙләү-ҡотҡарыу отряды водолаздары ваҡиға урынына юлланған. Ике сәғәттән һуң ярҙан 30 метр алыҫлыҡта, 3,5 метр самаһы тәрәнлектә 30 йәштәрҙәге ирҙең кәүҙәһе табылған.
«Тыйылған урында һыу инмәгеҙ – был ғүмер өсөн хәүефле! Таныш булмаған урында йыраҡҡа йөҙмәгеҙ һәм суммағыҙ! Эскән килеш һыуға инергә ярамағанын онотмағыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: Өфө буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас