Көндәрҙең ҡоро тороуы янғын сығыу хәүефен арттыра. Республикала әле бер, әле икенсе урында янғындар сығып, кешеләрҙең мал-мөлкәтһеҙ, йортһоҙ ҡалыуы тураһында ишетеп торабыҙ. Был йәһәттән район да ситтә ҡалмай. Уттан һаҡланыуҙың бер генә юлы бар – ул да булһа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмау. Был мәсьәлә буйынса мәғлүмәт алыу өсөн 93-сө янғын һағы бүлеге начальнигы Рөстәм Хәйбуллинға мөрәжәғәт иттек.
- Ут сығыуҙың төп сәбәптәре – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Йыл башынан районда 50 янғын сығыу осрағы теркәлде, уларҙа 2 кеше һәләк булһа, берәү йәрәхәт алды. Былтырғы менән сағыштырғанда 11 янғынға әҙерәк. Төп сәбәптәр: ут менән һаҡ ҡулланмау (тыйылған урында тәмәке тартыу, шәхси йорт янында сүп-сар яғыу), янғын хәүефһеҙлеге талаптарын, электр ҡорамалдарын эксплуатациялау, монтажлау ҡағиҙәләрен боҙоу. Әгәр үҙегеҙҙе һәм мал-мөлкәттегеҙҙе уттан һаҡларға теләһәгеҙ, тәү сиратта, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.
Йыл да беҙ 4-5 класлы янғын сығыу хәүефе ҙур булған райондар иҫәбенә инәбеҙ. Был ямғырҙар яумау, ҡоролоҡ тәбиғәт шарттарына ла бәйле. Кипкән үләнгә тәмәке төпсөгөн ташламау, балалар менән янғын хәүефһеҙлеге буйынса аңлатыу эштәре алып барыу мөһим, айырыуса әлеге каникул осоронда. Сөнки әле балаларҙың күбеһе контролһеҙ, үҙ аллы һыу төшөргө бара, урамда уйнай. Ата-әсәләргә балаларына шырпы менән уйнау бәләгә килтереүе мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт биреүе зарур. Әгәр беҙ бөтә ҡағиҙәләрҙе күҙәтһәк, үҙебеҙҙе бәлә-ҡаза осрағынан аралайясаҡбыҙ,- тине Рөстәм Ғәтиәт улы.
Йылайыр урмансылығы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Ирәндек Күскилдин урман янғындары тураһында мәғлүмәт бирҙе.
-Тәүге янғын май башында Беренсе Мырҙа ауылы эргәһендә теркәлде. Июнь аҙағында Йылайыр районы Һултантимер ауылы янындағы янғын ике тапҡыр беҙҙең яҡҡа күсте. 1 июлдә элекке Аҡъегет ауылы янында янғын сығып китеп, 53,1 гектар майҙанда урман һәм аҡланды ялмап алды. Уны 5 июль көнө күмәк көс менән саҡ һүндерҙек. Бик ҙур янғын булды, үтеп булмаҫлыҡ ерҙәр бар ине, Йылайырҙан ҙур техникалар саҡыртырға тура килде. Янғынды һүндергәндән һуң да яңынан тоҡанып китмәһен өсөн ике көн буйы унда һаҡта булдыҡ. Бер аҙ яуған ямғыр ярҙам итте. Быныһын һүндереү менән Үрнәк ауылы янында янғын сыҡты. Артабан Ивановка ауыл биләмәһенең урмандары янды. Район буйынса бөтәһе 192,2 гектар майҙанда урман-ҡырҙар янды. Былтырғы менән сағыштырғанда, күберәк.
Янғындарҙың төп сәбәбе – кешелек факторы. Әгәр инде ғәйепле асыҡланһа, күрелгән зыянға ҡарап, штрафтар бик ҙур. Ике ай буйына ямғырҙар яуманы, көндәр эҫе торҙо, үләндәр бик ҡоро саҡ ҡына осҡон төшһә лә тоҡанып китеүе ихтимал. Әле Урман хужалығы министрлығы ҡарарына ярашлы, 25 июлгә тиклем урман эсенә инергә, усаҡ яғырға ярамай. Уны боҙоусыларға штрафтар ҡаралған. Шуға күрә халыҡҡа иғтибарлы, һаҡ булырға кәрәк. Ҡайҙа етте, шунда усаҡ яҡмаһындар, һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен ташламаһындар ине. Бесәнселәр ҙә ябай булһындар ине, сөнки күптәр элекке тракторҙар менән саба, уларҙан осҡон сәсрәп, янғын сәбәбе булыуы мөмкин. Һәр кем үҙ алды-артын ҡарап йөрөһә, был мәсьәләгә етди ҡараһа янғындар һәм бәхетһеҙ осраҡтар әҙерәк булыр ине, - тине Ирәндек Камил улы.