Яңылыҡтар
14 Июль 2021, 06:16

Toyota Land Cruiser водителе 6 йәшлек баланы бәрҙерҙе

-

Белоретта кисә кис көнө Очаренко урамында бала машина тәгәрмәсе аҫтында ҡалған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Toyota Land Cruiser рулендәге 44 йәшлек ир тыйылған урында юлға килеп сыҡҡан 6 йәшлек малайҙы бәрҙергән.
Бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Водитель әйтеүенсә, малай парковкаланған машина артынан ҡапыл килеп сыҡҡан.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас