Өфөлә 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһы хөкөм ителеүсеһенә ҡыҫҡа ваҡытҡа учреждениенан ситкә сығырға рөхсәт ителде. Ул, был көндө үҙенең иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеһе менән үткәреү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмайынса, өйөнә ҡайтып китте һәм әсәһе менән осрашты.
«Хөкөм ителеүсенең эшкә намыҫлы ҡарауы, тәрбиәүи һәм мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы өсөн уға Рәсәй Федерацияһы Енәйәт-хөкөм башҡарыу кодексының 97-се статьяһына ярашлы учреждениенан ситкә сығыу мөмкинлеге бирелде», — тип хәбәр иттеләр Федераль яза-башҡарыу хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Хөкөм ителеүселәр өсөн туғандары менән осрашыу һәм аралашыу социаль файҙалы бәйләнештәрҙе һаҡлауҙа, иректә йәшәүгә яраҡлашыуҙа мөһим фактор булып тора, тип билдәләнеләр ведомствола.
Фото: Федераль яза-башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы.