Дүртөйлө районының «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерында дүрт бала коронавирус йоҡторған.
Лагерҙа 115 бала ял иткән, 43 хеҙмәткәр эшләгән. Сирлеләр менән бәйләнештә булған балалар һәм өлкәндәр ашығыс рәүештә биләмәнән сығарылған.
Лагерҙа дезинфекция үткәрелгән. Прокуратура тикшереү башлаған.