Яңылыҡтар
14 Июль 2021, 16:30

5 йәшлек бала бүрәнә аҫтында ҡалған

Ауыл балалары ағас бурала уйнап йөрөгән...

Ишембайҙа бәләкәй малай менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, 13 июлдә Иҫкесәк ауылы балалары ауыл ситендәге ағас бурала уйнап йөрөгән.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала-саға уның өҫтөнә үк менеп киткән. Ниндәйҙер мәлдә иң өҫтәге бүрәнә аҫта торған биш йәшлек малайҙың өҫтөнә төшкән. Балалар өлкәндәрҙе ярҙамға саҡырырға ашыҡҡан, ләкин һуң булған», — тине әңгәмәсе.
Сабый ваҡиға урынында йән биргән.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас