Иртәнсәк Илеш районында Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлының 80-се километрында 22 йәшлек егет “Лада Гранта” автомобиле менән идара иткәндә 84 йәшлек ирҙе бәрҙергән. Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәйәүле ваҡиға урынында вафат булған. Водитель әйтеүенсә, оло йәштәге ир юлға ҡапыл йүгереп сыҡҡан. Билдәле булыуынса, һәләк булған ир ауылдан йыраҡ булмаған урында һарыҡ көткән. Тикшереү эштәре бара.