Кандидаттар исемлегендә абитуриенттың исем-шәрифе күрһәтелмәй. Быйыл юғары уҡыу йортона ҡабул итеүҙә ошондай яңылыҡтар бар. Республика Мәғариф һәм фән министры үҙгәрештәр менән таныштырҙы.
Быйыл абитуриенттар өсөн 13 меңдән ашыу бюджет урыны ҡаралған. Был былтырғынан 2 меңгә күберәк. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында түләүһеҙ нигеҙҙә уҡыу өсөн 1 меңгә яҡын урын булдырылған. Быйыл яңы йүнәлеш буйынса белем бирелә башлай.
Быйыл республикала 19 мең самаһы егет һәм ҡыҙ өлгөргәнлек аттестатын алды. Уларҙың 100-ҙән ашыуы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған.