Яңылыҡтар
13 Июль 2021, 11:13

Учалынан шахтер егеттең ғүмере аяныслы өҙөлдө

“Юбилей” руднигында йәнә һәләкәт. Бер аҙна эсендә ике ғүмер өҙөлдө. Әле яңыраҡ ҡына 53 йәшлек машинист һәләк булғайны, әле 22 йәшлек водителдең һәләк булыуы тураһында насар хәбәр килде.

“Юбилей” руднигында эшләүсе 22 йәшлек ер аҫты үҙйөрөшлө машина водителе кисә киске сәғәт 8 тирәһендә һәләк булған.
Әйтеүҙәренсә, машинист автомобиль менән идара иткән саҡта контролде юғалтҡан. Ул кабинанан ситкә сығып осҡан.
Әле тикшереү эше бара.
Фото: Иван МАКЕЕВ
Сығанаҡ: Башинформ
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас