Яңылыҡтар
13 Июля 2021, 06:37

Июлдең 12 көнөндә 11 бала һәләк булды...

Хөрмәтле ата-әсәләр, уяу булығыҙ!

Башҡортостанда йыл башынан тышҡы сәбәптәрҙән (йәрәхәттәр, һыуға батыу, механик асфикция) бер айҙан 18 йәшкә тиклемге 19 баланың ғүмере өҙөлгән.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, июлдең 12 көнөндә ун бер бала үлгән. Уларҙың үлем сәбәбе – һыуға батыу, бейеклектән ҡолап төшөү һәм юл-транспорт ваҡиғалары.
«Хөрмәтле ата-әсәләр! Уяу булығыҙ, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Эскән килеш рулгә ултырғанда үҙегеҙҙе генә түгел, тәү сиратта баланың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ! Балаларығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Фото: Ксения Калинина
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас