Йәй еләк-емештең мул сағында ошондай ризыҡ бешереп ҡалайыҡ. Ул тиҙ ҙә әҙерләнә, тәмле лә.
Ҡамыр өсөн: өс-дүрт йомортҡа, өс-дүрт өймәләм ҡалаҡ он, ярты стакан шәкәр, лимон менән һүндерелгән ярты балғалаҡ сода.
Эслек өсөн: ярты кг алма, ярты балғалаҡ дәрсен (корица),100 г күрәгә, 50 г йөҙөм.
Бәлештең өҫтөнә ҡойор өсөн: 200 г ҡаймаҡ, бер ҡалаҡ шәкәр, самалап еләк.
1. Йомортҡаны шәкәр менән күбекләнгәнсе туҡыйбыҙ, ул ике тапҡырға артырға тейеш. Уны ситкә ҡуйып, эслеген әҙерләйбеҙ. Таҙартылған алманы йоҡа итеп киҫәбеҙ, кипкән емештәрҙе йыуып киптерәбеҙ, күрәгәне икегә бүләбеҙ. Сәтләүек ҡушып ебәрергә лә мөмкин.
2. Әҙер йомортҡалы-шәкәрле ҡатнашмаға он ҡушып тағы туҡыйбыҙ, һүндерелгән соданы ҡушып болғатабыҙ. Майланған формаға тәүҙә эслекте һалып тигеҙләйбеҙ, шунан өҫтөнә ҡамырҙы ҡоябыҙ ҙа 180-200 градусҡаса эҫетелгән духовкаға бешерергә ҡуябыҙ.
3. 20-25 минуттан, пирог ҡыҙара башлағас, духовканан сығарып, өҫтөнә шәкәр һәм еләк менән буталған ҡаймаҡты һалғандан һуң, мейестә тағы 5-7 минутҡа ҡалдырабыҙ. Әҙерлеген шырпы менән тикшереп ҡарараға була, йәбешмәй икән, тимәк, әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!