Хәҙер ҡала-ара онлайн-билет һатып алғанда ковидтан вакцинация, прививка яһатырға ярамауы тураһында белешмә йәки ПЦР-тест талап ителә.
«Сайтта 1 июлдән үк ошо графа индерелгәйне. Унда билдә генә ҡуйырға һәм билет хаҡын түләргә кәрәк. Белешмәне яңы бойороҡ буйынса 26 июлдән күрһәтеү зарур», — тине компания диспетчеры.
Әлеге ваҡытта «Башавтотранс» хеҙмәткәрҙәре «Белешмәһеҙ билет һатып алырға мөмкинме?» тигән һорауға яуап бирә алмай.
Шулай итеп, 13 көндән ҡала халҡына автовокзалда кондукторҙарға ошондай белешмәләр күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән, Шереметьевола (Мәскәү) ковидҡа документтарҙы тикшереүгә бәйле оҙон сираттар барлыҡҡа килгән. Шул сәбәпле пассажирҙар рейстарға һуңлай башлаған.