“Инцидент-менеджмент” системаһына Ғафури районы Юрмаш ауылынан Фәнүр Әхтәмов яҙған. Үҙенең йән әрнеүен ул түбәндәгесә белдергән.
“Ял көндәре етһә, беҙҙең ауыл аша ял итеүселәр йөрөй башлай. Юрмашты урап үткән юл аша түгел, ә уртаһынан уҙалар. Көн дауамында туҙан тора. Балаларҙы урамға сығарыуы ҡурҡыныс. Ауыл советына ла, район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иттек, әммә мәсьәлә хәл ителмәй. Ауылды уратып юл төҙөү планы бар, хәл итәбеҙ, тип кенә яуаплайҙар. Еҙем йылғаһы эргәһендә сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килде. Контейнерҙар туп-тулы. Ҡомаҡтар күбәйгәс, ял итеүселәрҙән кемдер ағыу һипкән. Унан һуң һыйыр менән быҙау ағыуланып үлеп ҡуйҙы. Ошо ерҙә йәшәгән кеше булараҡ, был ауыр мәсьәләне хәл итеүегеҙҙе һорайым. Ауылға инер юл алдынан булһа ла билдәләр ҡуйырға кәрәк”, - тип яҙа ул.
"Ысынлап та, туристар Юрмаш ауылы аша күпләп үтә. Арттарынан сүп-сар ҙа ҡалдыралар. Контейнер майҙансыҡтары ла, йылға буйында ла ҡый күп. Имәндәш ауыл советы был мәсьәләне хәл итергә тырыша, әммә ял итеүселәр барыбер сүп ташлауҙан тыйылмай.
30 июнгә тиклем төбәк операторы “Эко-Сити” ойошмаһы сүпте аҙнаһына ике тапҡыр алып китә ине. 1 июлдән, беҙҙең үтенес буйынса, аҙнаһына өс тапҡыр ауылға килә башланылар. Был график буйынса улар август аҙағына тиклем эшләйәсәк. Ошо көндәрҙә иһә ял итеү урынын билдәләгән алтаҡталар ҙа ҡуйылды. Хәҙер ял итеүселәр ауылға һирәгерәк инер тип өмөтләнәбеҙ", - тип яуап бирә был мөрәжәғәткә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.
Фото: Ғафури районы хакимиәте.