Яңылыҡтар
13 Июль 2021, 16:11

1942 йылдың эҫе йәйен иҫкә алдылар

Липецк өлкәһенең Тербун районында “Тербун рубежы. 1942 йылдың эҫе йәйе” VI тарихи-реконструкция фестивале үтте.

Озерки ауылына Рәсәйҙең һәм Белоруссияның 35 хәрби-тарихи реконструкция клубы вәкилдәре килде. Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында “1-се башҡорт атлы полкы “Любизар” клубы (етәксеһе – Илдар Шәйәхмәтов), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең вариҫтары – балалары, ейәндәре, бүләләре булды.
Фестиваль тарихында тәүге тапҡыр башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашты. Уларҙы Липецк өлкәһенә алып барыуҙы Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромының ат спорты һәм йылҡысылыҡ үҙәге ойошторҙо.
– Сәфәрҙең төп маҡсаты Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы шаймора­товсыларҙы күрһәтеү булды. Быны аттарһыҙ башҡарыу мөмкин түгел. Ипподром етәкселеге үтенесте кире ҡаҡманы, сәфәрҙең асылын яҡшы аңланы. Улар тарафынан махсус транспорт, сәфәрҙә малдарҙы ҡарау өсөн ветеринарҙар һәм белгестәр бүленде, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов һәм ипподром директоры Дамир Исеевҡа рәхмәт белдерҙе.
Сара 1942 йылдың йәйендә Озерки ауылы янында барған хәрби алыштарға арналды. Бында аяуһыҙ һуғыш була, совет һалдаттары 200 көндән ашыу оборона тота. Ҡыҙыл Армияның 27 мең һалдаты һәләк була. Озерки янындағы танк алышын тарихсылар “Кесе Прохоровка” тип атай. Алышта 350 хәрби техника ҡатнаша. Легендар Башкавдивизия ла ошонда, Тербун ерендә, Брянск фронтының 3-сө армияһы составында тәүге тапҡыр һуғышҡа инә. Миң­леғәле Шайморатов етәкселегендә башҡорт атлылары ҡаһармандарса алыша. 1942 йылдың 2 июленән 8-енә тиклем Алёшки – Кесе Борки – Святоша рубежында 112-се кавдивизия частары 320 дошман һалдатын һәм офицерын, боеприпастар менән тулы 2 келәтте юҡ итә, 57 пулемет, 12 орудие, 2 танк, 10 йөк машинаһын сафтан сығара. “Бында аяуһыҙ ҡаты алыштар үтә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һының күп яугирҙәре ошо ерҙәрҙә башын һала. Беҙҙең делегация Борки ауылындағы обелиск янына ҡаһар­ман яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә Баш­ҡортостандан килтерелгән ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Борки ауылы китапханаһына һәм музейына шайморатовсылар тураһында китап бүләк иттек.
Урицкое ауылы эргәһендә лә ҡаты алыш була. Бында Башкавдивизия пулеметсыһы һуңғы патронынаса аты­ша. Һуңынан уны фашистар үл­терә. Ҡыйыу егет һәләк булған урында һәйкәл ҡуйғандар. Унда ла беҙ ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ. Бында башҡорт ҡаһармандары иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар”, – ти тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев.
Яҙыусы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе Борис Малородов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тари­хының билдәле булмаған биттәре тураһында инде икенсе китап яҙған. Был юлы ул уҡыусылар хөкөмөнә “Был көндәрҙең даны һүнмәҫ...” китабын тәҡдим итте. Баҫманың исем туйы Борки, Урицкое, Озерки ауылдарында үтте. Ошонда Әбйәлил районынан Әфләх Мәхмүтовтың атаһы ла башын һала. Әфләх Шәрәфетдин улы Тербун районында инде өсөнсө тапҡыр. Был юлы ул балалары һәм ейәндәрен дә алып килгән.
“Беҙҙең Мәхмүтовтар делегация­һының иң кесеһенә – ейәнем Әмингә 4 йәш. Атайым һуғышҡа киткәндә, мин уның һымаҡ ҡына булып ҡалған­мын. Әле миңә 86 йәш. Атайымды бик яҡшы хәтерләйем. Мин – ҡыҙҙар араһында берҙән-бер малай ғаиләлә, атайым һуғыштан миңә төбәп хат яҙған: “Улым, өйҙө матур көт, һин минең урынға ҡалдың”. Хаттары хәҙер музейҙа һаҡлана. Балаларым, ейәндәрем ҡартаталарының ерлән­гән урынын белә, шуға шатмын. Атайым Мәхмүтов Шәрәфетдин Мәхмүт улы һәм башҡа яугирҙәребеҙ рухына аят бағышланыҡ”, – ти Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан Әфләх Мәхмүтов.
Үмәрғоловтар ҙа Мәскәү ҡала­һы­нан бөтә ғаиләһе менән килгән. Тербун ерендә Йәмилә Үмәрғо­лова­ның ҡартатаһы ауыр яралана. “Ҡарта­тайым Ғәйфулла Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин 1907 йылғы, 1942 йылда Яңауыл районынан һуғышҡа алына. 58-се гвардия полкының 1-се эскадронында хеҙмәт итә. Һуғыш­тан иҫән-һау ҡайта, полкташ дуҫтары менән осрашыуҙарға бара ине. Беҙ Липецк өлкәһендә алышҡан бар яҡташ батырҙа­рыбыҙҙың рухын хөрмәтләп килдек”, – ти Йәмилә Үмәрғолова. Уның улы Камил ҡурайҙа башҡорт көй­ҙәрен уйнап ишеттерҙе, иптәше Рауил Үмәрғолов “1-се Башҡорт атлы полкы” ­– “Любизар” йәмәғәт ойош­маһы ағзалары менән бергә хәрби-тарихи реконструкцияла ҡатнашты.
– Фестиваль алтынсы тапҡыр үтә. Беҙ, башҡорт реконструкторҙары, былтыр ҙа ҡатнашҡайныҡ. Ойош­тороусыларға сығыштарыбыҙ оҡша­ны, быйыл да саҡырыу ебәрҙеләр. Был юлы беҙ башҡорт тоҡомло аттар менән барҙыҡ. Сценарийға ярашлы, алышта ике дошман һалдатын әсиргә алдыҡ. Тамашасыларға бик оҡшаны. Сараға 4 меңгә яҡын кеше килгән ине. Тербун районында башҡорт атлылары тураһында яҡшы беләләр, тәьҫо­раттары йылы. Беҙ, үҙ сира­тыбыҙҙа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йына рәхмәт әйтәбеҙ. Шулай уҡ ат­тарға эйәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә оло рәхмәт. Бындай фес­ти­валдәрҙең ҡаһармандарыбыҙҙы онотмау, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәр­биәләүҙә әһәмиәте ҙур, шуға ошондай сараларҙа ҡатнашыу мотлаҡ. Беҙ Бөйөк Еңеүҙең нисек яулап алынғанын оноторға хаҡыбыҙ юҡ, – тип һөйләне “1-се Башҡорт ат­лы полкы” – “Любизар” йәмәғәт ойош­маһы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов.
Липецк өлкәһендә йәшәгән яҡташыбыҙ Замир Вәхитовүҙенең “Ҡаһармандар алдында баш эйәбеҙ” китабында әйтеүенсә, “Беҙ Тербун ерендә яҡты киләсәк өсөн башын һалған был яугирҙәр алдында мәңгелек бурыслыбыҙ һәм уларҙың исемен мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ”. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шайморатовсылар исемлеген тултырыу эшен дауам итә. Киләһе йыл белешмә яңынан баҫып сығарыласаҡ, унда башҡорт атлылары тураһында яңы мәғлүмәт өҫтәләсәк.
Миңзиә КАСПРАНОВА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы матбуғат хеҙмәтенең баш белгесе.
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-07-13/1942-yyldy-e-e-y-yen-i-k-aldylar-2408634
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас