Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
13 Июль 2021, 06:35
1,5 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан...
Күрһәткән иҫәпкә аҡса күсеү менән теге әҙәм бәйләнешкә инмәй башлай...
Учалы ҡалаһында йәшәгән 50 йәшлек ҡатын интернетта махсус уҡытыу курстары эҙләп таба. “Тәжрибәле трейдер” уны заманса инвестиция менән шөғөлләнергә, башҡортса әйткәндә – елдән аҡса яһарға өйрәтергә вәғәҙә итә. Уҡытыу барышында ҡатынды киләсәктә хаҡы ныҡ күтәреләсәк виртуаль аҡса һатып алырға һәм шуның менән эш итергә күндерәләр.
Криптовалюта һатып алып, күҙ асып йомған арала байыған кешеләр тураһында интернетта күп яҙалар шул, ҡатын мутлашыусыларҙың һүҙенә тиҙ ышана һәм 1,5 миллион аҡсаһын күсерә.
Күрһәткән иҫәпкә аҡса күсеү менән, теге әҙәм бәйләнешкә инмәй башлай...
Еңел юл менән аҡса эшләргә тәҡдим итеүселәргә ышанмағыҙ, шикле иҫәптәргә, үҙегеҙ күрмәгән-белмәгән кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, һәр йәһәттән һаҡ булығыҙ!
Фото: donetsk-dr.ru
Автор:
Римма Султанова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-07-13/1-5-million-um-a-sa-ynan-ola-a-an-2402249
Автор:
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"