Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
12 Июль 2021, 17:01
Сирҙе аҙҙырып ебәрмәгеҙ
Гипертония һәм атеросклероз мейелә ҡан әйләнешен боҙоуға килтерә. Уларҙы өй шарттарында ошолай дауаларға мөмкин.
Гипертония һәм атеросклероз - мейелә ҡан әйләнешен боҙоуға килтергән сәбәптәр. Шулар арҡаһында паралич һуғыуы мөмкин, күреү һәләте насарая, хәрәкәт боҙола, инсультҡа сәбәп була.
Билдәләре яйлап, һиҙҙермәй үҫешә, кеше үҙенең сирле булыуын аңлап та етмәй әле. Онотоу, яңыны өйрәнергә теләмәү, тарҡаулыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ юғалыу һ.б. - сирҙең башланғыс осоро, тимәк, кисекмәҫтән дауаланыуҙы башларға кәрәк. Әлбиттә, иң яҡшыһы - табипҡа күренеү.
Ә өй шарттарында түбәндәге дауалау алымын ҡулланырға мөмкин.
500 грамм мүк еләген 350 грамм сифатлы бал, ваҡланған ҙур булмаған бер (яҡынса 150 г) керән тамыры менән ҡатыштырып бутарға кәрәк. Ошоларҙың барыһын да миксер менән иҙеп, банкаға һалырға һәм һыуытҡыста һаҡларға. Шифалы ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң ике-өс балғалаҡ ҡабул итеү ҡан тамырҙарын нығытыуҙа, хәтерҙе яҡшыртыуҙа, иммунитетты күтәреүҙә һәм мейеләге ҡан әйләнешен юлға һалыуҙа һөҙөмтәле дауа булыр.
Әлбиттә, һәр осраҡта ла алдан табип менән кәңәшләшергә онотмаҫҡа кәрәк!
Фото: diobal.ru
Автор:
Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-07-12/sir-e-a-yryp-eb-rm-ge-2402179
Автор:
«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"