Хәйбулла хәбәрҙәре
+11 °С
Облачно
ВКонтакте
Одноклассники
МАКС
Баш
Рус
Яңылыҡтар
12 Июля 2021, 08:24
Ижади коллективта – адвокаттар, табиптар, полиция хеҙмәткәрҙәре
Йыйылған кешеләр һәр халыҡтың уникаллеген сағылдырған тамашаны йотлоғоп ҡараны.
Добавить в предпочтительные источники Google
Ауырғазыларға ла VI Бөтә донъя фольклориадаһын күрергә насип итте. Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан бер нисә сәғәткә төрлө халыҡтар берләшкән урынға әйләнде.
Бында Ҡаҙағстан, Греция, Панама, Испания, Боливия ҡунаҡтары сығыш яһаны. Йыйылған кешеләр һәр халыҡтың уникаллеген сағылдырған тамашаны йотлоғоп ҡараны.
Гректарҙың бер быуат элек тегелгән милли кейемдәрҙә сығыуы берәүҙе лә ғәжәпләндермәй ҡалманы. Ҡулдан тегелгән кейемдәр – ысын мәғәнәһендә музей экспонаттары. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: баҡһаң, Грецияла профессиональ коллективтар юҡ, барыһы ла үҙешмәкәр. Бында бейегән артистар араһында адвокаттар ҙа, табиптар ҙа, полиция хеҙмәткәрҙәре лә бар. Улар эштән буш ваҡытта ижад менән шөғөлләнә.
Греция ансамблендә өлкәндәр менән бер ҡатар йәштәр бейей. Коллектив үткән быуындар мираҫын ҡәҙерләп һаҡлай, үҙҙәренең сығыштары аша халҡының ҡабатланмаҫ мәҙәниәтен башҡаларға ла балҡыта.
Фотолар райондың "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Автор:
Равиля Гатауллина
https://bashgazet.ru/articles/folkloriada/2021-07-08/izhadi-kollektivta-advokattar-tabiptar-politsiya-he-m-tk-r-re-2400743
Автор:
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас
telegram
вк
дзен
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"