Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
12 Июль 2021, 08:50
Бауырҙы нисек таҙартырға?
Ошо шифалы эсемлек бауырҙан токсиндарҙы сығарып, организмды витаминдар менән туҡландырып, дөйөм хәлде яҡшыртыр. Рецебы - яҙмала.
Хәлһеҙлек, баш әйләнеү, ҡоҫҡо килеү, уң яҡ ҡабырға аҫтында ауыртыу, аш һеңдереүҙә проблемалар, тирегә сабыртмалар сығыуы - былар бауырҙың насар эшләүе күрһәткестәре.
Түбәндәге хуш еҫле шифалы эсемлек бауырҙан токсиндарҙы сығарып ҡына ҡалмай, организмды витаминдар һәм микроэлементтар менән туҡландырып, дөйөм хәлде яҡшыртыуға ла һәләтле.
Уны әҙерләү өсөн кәрәк:
Бер ус яңы өҙөлгән бөтнөк (мята) япрағы,
бер лимондың һуты,
бер әфлисун һуты,
өс ҡалаҡ бал,
бер литр һыу.
Утта йылытылған һыуға бөтнөк япрағын һалып, һүлпән утта биш минуттай ҡайнатабыҙ. Шунан, утты һүндереп, һыуҙы бүлмә температураһына саҡлы һыуытабыҙ. Шунда берәр лимон һәм әфлисундың һутын, бал ҡушып яҡшылап болғатабыҙ ҙа һөҙөп алабыҙ. Шифалы төнәтмә әҙер! Был эсемлек ағыуланыу осрағында ла килешә, ашҡаҙан-эсәк юлына ла яҡшы тәьҫир итә, һыуһынды ла ҡандыра.
Бауырҙы таҙартыу өсөн көнөнә бер стакан ас килеш эсеү кәңәш ителә.
Әлбиттә, һәр осраҡта ла алдан табип менән кәңәшләшергә онотмаҫҡа кәрәк! Сәләмәт булайыҡ!
Фото: vkusreceptov.ru
Автор:
Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-07-11/bauyr-y-nisek-ta-artyr-a-2401721
Автор:
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"