Аварияла әсәһе ҡулындағы 2,5 айлыҡ малай, шулай уҡ атаһы ҡулындағы 7 айлыҡ ҡыҙыҡай дауаханаға оҙатылған. Бөгөн иртән сабый медицина учреждениеһында йән биргән.
«Водителде тикшереү уның эскән булыуын күрһәткән. Билдәле булыуынса, ике ғаилә Ибрай ауылы янындағы Әй йылғаһында ял итеп ҡайтып килгән. Автомобилдә водитель менән бергә ете кеше булған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.