Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
12 Июль 2021, 08:48
Бүләккә "Беҙҙең ил" йырын ҡалдырҙылар
"Уның һүҙҙәре лә, көйө лә ғәжәп матур. Беҙгә тексты ятлау ҡатмарлыраҡ булды, һүҙҙәрҙе әйтеүе лә ауырыраҡ, әммә..."
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә күңелле видео менән бүлеште. Унда Фольклориадала ҡатнашыусылар “Беҙҙең ил” йырын башҡортса йырлай.
Баҡһаң, республикабыҙ ҡунаҡтары уны бүләк итеп әҙерләгән. Республика Башлығына яҙмаларында шулай тигәндәр:
“Башҡортостанға һәм уның халҡына баллы ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт! Башҡортостандағы фольклор олимпиадаһы аҙағына яҡынлашты. Йөрәктәрҙә һеҙҙең республика хаҡында иң йылы хәтирәләрҙе алып китәбеҙ. Ҡунаҡсыл төйәгегеҙҙән китеү ауырыраҡ, әммә хәҙер донъя картаһында беҙ яңынан әйләнеп килергә теләгән урын барлыҡҡа килде! Һеҙҙең тулҡынланып ултырған баҫыуҙарығыҙ, ҡабатланмаҫ тәбиғәтегеҙ, кешеләрҙең асыҡлығы беҙҙе ғүмерлеккә әсир итте! Башҡортостан халҡына, һеҙҙең ергә, Тыуған илегеҙгә рәхмәт, хөрмәт һәм һоҡланыу йөҙөнән, ҡайтып китер алдынан ябай ғына бүләк – “Беҙҙең ил” йырын ҡалдырабыҙ! Уның һүҙҙәре лә, көйө лә ғәжәп матур. Беҙгә тексты ятлау ҡатмарлыраҡ булды, һүҙҙәрҙе әйтеүе лә ауырыраҡ, әммә тап ошо йырҙа беҙ һеҙҙең халыҡтың күңеле һәм гүзәл Тыуған илегеҙҙең сағылышын күрҙек!
Хөрмәт менән, донъяның 37 иленән Фольклориадала ҡатнашыусылар.
Башҡортостанда осрашҡанға тиклем! Ҙур рәхмәт!”
Республика Башлығы был видеоға ҡушып шундай яҙма ҡуйған: “Хәҙер планетабыҙҙың күп илендә башҡортса бер-ике һүҙ булһа ла белгән кешеләр бар. “Өфө” тигән ҡыҫҡа һүҙ Фольклориадала ҡатнашыусылар өсөн дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыуҙы белдерә. Барығыҙға ла – изгелек, ә беҙ артабан киттек!”
Динар Кәлимуллин фотоһы.
Автор:
Равиля Гатауллина
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-07-12/b-l-kk-be-e-il-yyryn-aldyr-ylar-2401835
Автор:
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"