Тегеү цехы бөгөнгө көндә Бүребай ауылы территорияһында урынлашҡан. Проект буйынса, тегеү цехы төҙөүгә бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестициялар йәлеп итергә кәрәк.
Тегеү производствоһын киңәйтеү өсөн инвестиция халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт күләмен арттырыу, Аҡъяр һәм Хәйбулла районы кешеләре өсөн өҫтәмә эш урындары булдырыу мөмкинлеген аса. Проект буйынса планлаштырылған инвестициялар күләме 5,0 млн. һум тәшкил итә.
Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусы рәсми вәкилдәргә инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр өҫтөндә эшләргә ҡушылды.
Информация и фото: администрация Хайбуллинского района