Яңылыҡтар
11 Июль 2021, 10:03

Трактор түңкәрелгән...

*

Кисә 10 июлдә республика юлдарында 10 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған һәм 13 кеше йәрәхәтләнгән.
Ҡариҙел районында Яңы Йәнсәйет-Ҡариҙел юлының 2-се саҡрымында 30 йәшлек ир “Т-25” тракторы менән идара иткәндә юл ситенә төшөп китә һәм түңкәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель дауаханаға оҙатылған. Тикшереү эштәре бара.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан тәүлек эсендә 1900 юл ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 44 иҫерек водитель тотолған.
Фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас