Яңылыҡтар
11 Июль 2021, 11:08

Һин һайлаған юл

“Әйтеүе генә анһат шул”, – тине лә Нурислам баҡсаһына ҡарай йүнәлде...

Нурисламдың көнөн таң менән йәмһеҙләргә теләүселәр табылды. “Рәхәт кенә йәшәйһең һин! Ғаиләң менән йә диңгеҙ, йә күл-йылға буйына барып ял итеп киләһегеҙ. Еңел генә аҡса эшләйһегеҙ ҙә...” – тине йәнә күршеһе Марат. “Әйтеүе генә анһат шул”, – тине лә Нурислам баҡсаһына ҡарай йүнәлде...
Барыһы ла бынан туғыҙ йыл тирәһе элек башланғайны. Әрме хеҙмәтендә Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан егетте тыуған яғында ҡыуаныслы хәбәр көтмәй ине: үҙен бағып үҫтергән берҙән-бер яҡын кешеһе – өләсәһе ейәненең ҡайтыуын көтөп өлгөрмәне, яҡты донъя менән хушлашҡайны. Ә йәш егеткә өләсәһенән иҫке йорт менән ер биләмәһе ҡалғайны. Башта баҙап ҡалды Нурислам, тик күп тә үтмәне, үҙен ҡулға алып, йәй буйы йорт-ихатаны ипкә килтерҙе, эргәләге бер фирмаға һаҡсы булып эшкә урынлашты. Көҙгә ҡарай иһә Нурислам өләсәһенән мираҫ булып ҡалған ергә беренсе теплицаһын үҙе эшләп ҡуйҙы. Тырыш егет бының менән генә туҡтап ҡалманы, тәүгеһе эргәһенә йәнә бер нисә теплица ҡуйҙы, һуңғараҡ эргәлә буш ятҡан ике ер участкаһын һатып алды.Ғәзиз өләсәһе ейәнен ер ҡәҙерен белергә, эшләргә өйрәткәйне шул. Хәҙер Нурис­ламдың милкендә – яҡынса 30 сутый ер. Көҙөн, ҡышын – һуған, яҙын, йәйен ҡыяр сәсеп һатыр булды. Башта барлыҡ эштәр менән дә үҙе генә шөғөлләнһә, хәҙер миҙгеленә ҡарап, кеше­ләрҙе эшкә йәлеп итә. Әлбиттә, бушлай түгел, һәммәһенә лә тейешенсә, намыҫ менән хеҙмәт хаҡы түләнә. Хәҙер насар йәшә­мәй Нурислам. Кәләше лә бына тигән! Тик бына шуныһы ғәжәп: эргә-тирәләгеләрҙең иргә ҡарата мөнәсәбәте генә насарайғандан-насарая. Күптәр үҙен яратып еткермәй, бер мәл хатта дуҫы ла асыуланып “ҡыяр-һуған батшаһы” тип әйтеп ҡуйҙы...
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Автор:Вадут Исхаков
Фото:m.ok.ru
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-07-09/in-ayla-an-yul-2401355
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас