Кисә 10 июлдә Салауат районы Лаҡлы ауылы янындағы урманда ҡатынға ағас ҡолаған.
Ваҡиға урынына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары сыға. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ағас көслө ел арҡаһында ҡолаған. Ҡотҡарыусылар ағасты бысып, һәләк булған 38 йәшлек ханымдың кәүҙәһен сығарған.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иҫкәртә: ҡолаған ағас олоно йорт-ҡураларҙы, электр тапшырыу сымдарын, ландшафт элементтарына, автомобилдәргә ҙур зян килтерә ала. Ведомство хеҙмәткәрҙәре иғтибарлы булырға саҡыра һәм хәүефле метеорология шарттарын дөрөҫ баһалауҙы һорай.
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты