Яңылыҡтар
11 Июль 2021, 09:32

94 кеше, шул иҫәптән 13 бала батып үлгән

Эскән килеш һыу инеп...

Йыл башынан Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында 94 кеше, шул иҫәптән 13 бала батҡан. Һуңғы тәүлектә ике кеше һыуҙа батып үлгән.
Кисә Система-112 саҡырыуҙар эшкәртеү үҙәгенә Күмертауҙа иҫке ҡала быуаһында ир батыуы тураһында хәбәр килгән. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар барған һәм 1959 йылғы ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарған.
Бер нисә сәғәт үткәс тағы бер шомло саҡырыу килә: был юлы Благовар районы Викторовка ауылы тирәһендәге быуала 1978 йылғы ир батҡан. Шаһиттарҙың һүҙҙәренсә, ир иҫерек булған. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусы-водолаздар ебәрелгән.
фото һәм сығанаҡ:Башинформ.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас