Яңылыҡтар
10 Июля 2021, 17:21

"Ундай мөғжизәне күргәнем юҡ ине"

Бөтә донъя фольклориадаһына Швейцариянан килгән Керн Мейер матбуғат саралары вәкилдәренә интервьюны рус телендә бирҙе. Баҡһаң...

Бөтә донъя фольклориадаһына Швейцариянан килгән Керн Мейер матбуғат саралары вәкилдәренә интервьюны рус телендә бирҙе. Баҡһаң, ул Ҡазанда ил-ара мәҙәни алмашыу программаһы буйынса уҡыған икән.
- Белорет ҙур ҡала булмаһа ла, байрамға бик күп кешеләрҙең килеүе ҡыуаныслы. Бында иҫ киткес матур, ағастар күп, фонтандар бар. Кешеләрҙең беҙҙе ихлас ҡаршы алыуы уларҙың донъя мәҙәниәте менән ихлас ҡыҙыҡһыныуын иҫбатлай. Программабыҙҙа бөгөн альп торбалары яңғыраны, туй йолаһы өҙөктәре күрһәтелде. Улар ҡыҙыҡ та, үҙенсәлекле лә, төрлө милләт кешеләренә аңлашылып тора. Шулай уҡ бихисап милли бейеүҙәребеҙҙе күрһәттек.
Беҙҙә лә, тотош донъялағы ише, милли мәҙәниәтте онотоу кеүек күренештәр бар, шуға ла борондан килгән йыр-моңдарыбыҙҙы һаҡларға тырышабыҙ. Үҙебеҙҙә лә сығыш яһайбыҙ, сит илдәргә лә сығабыҙ.
Башҡортостанда халыҡтың ҡунаҡсыллығы хайран итте, шулай уҡ илдең тормошон тулы ҡанлы күреү мөмкинлеге булдырыуҙары һоҡландырҙы. Беҙ республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, башҡа төбәктәрендә лә булдыҡ. Ҡурсаланыу осоронан һуң кешеләр менән аралашыу, сәхнәлә сығыш яһау, юлда йөрөү – үҙе бер бәхет.
Үҙ илемә әйләнеп ҡайтҡас, мин мотлаҡ Фольклориада асылғанда күрһәтелгән спектакль тураһында бәйән итәсәкмен. Бындай мөғжизәле тамашаны күргән юҡ ине әле, ул Олимпия уйындарын асыҡ тантанаһына оҡшағайны, барыһын да хайран ҡалдырҙы, - тип һөйләне Керн Мейер.
Фото: Фольклориада сайты.
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас