Яңыраҡ Өфөләге 3-сө бала табыу йортонда хирургтар ҡатмарлы операция ярҙамында әсә һәм сабыйҙы ҡотҡарып ҡала алды. Дауаханаға ауырлы ҡатын операция (кесарево сечение) яһатыу өсөн йүнәлтмә менән килә. Йөклөлөк ҙур күләмдәге миаматозлы төйөндәр менән ҡатмарлашҡан була.
Табиптар алдында етди эш тора – сабыйға яҡты донъяға килергә ярҙам итеү һәм ҡатындың репродуктив органдарын һаҡлау менән бергә шештәрҙе алып ташлау бурысы.
– Операция бик ҡатмарлы. Бындай ҙур шештәрҙе ҡырҡып алғанда балаятҡыны һаҡлауы ауыр. Йыш ҡына бындай операциянан һуң ҡатын бала табыу һәләтенән мәхрүм ҡала,- ти бала табыу йортоноң баш табибы Зөһрә Гурова.
Ҡатмарлы операцияны медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире Әлфиә Ящук һәм табиптар төркөмө башҡарҙы. Улар күмәк көс һәм белемдәрен ҡулланып, ҡатындың репродуктив оргадарын һаҡлап ҡала алды. Һау-сәләмәт баланың донъяға килеүендә һәм ҡатындың тағы ла әсә булыу бәхетен кисерә алыу мөмкинлеге булыуында алтын ҡуллы хирургтарҙың өлөшө ифрат ҙур!
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.