Һуңғы йылдарҙа йәй ҡайһы бер ауылдарҙа көтөү ойоштора алмау ҡырҡыу мәсьәлә булып тора. Сәбәбе бер – көтөүсе таба алмайҙар.
...Иртән төрлө ваҡытта һауылып, бер-бер артлы утлауға юлланған һыйырҙар һис ҡайҙа ашыҡмай. Хужаһы ҡыуып килтергән урында өйөлөшөп торалар, ятып алалар, һыу ятҡылыҡтарын, яр буйҙарын бысраталар... Ҡояштың ҡыҙыуы һүнә башлағас ҡына утлауға ашығалар. Аҙаҡ хужалары уларҙы ҡараңғы төшкәнсе эҙләп йонсой. Бөгөнгө байтаҡ ауылдарға хас күренеш был. Көтөү булмауы әҙәм балаһы тормошона ауырлыҡ һала, уның бәрәкәтен ебәрә.Һис һүҙһеҙ, көтөүсе хеҙмәте ябай түгел. Исламда әйтелгәнсә, уның мәғәнәһе ифрат киң. “Ерҙә һәр берегеҙ – көтөүсе һәм үҙ көтөүе өсөн оло яуаплылыҡ тота”, – тигән бер хәҙисендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ имамдың – өммәтен, ир-аттың – ғаиләһен, ҡатын-ҡыҙҙың – йорт усағын, баланың атаһы тапҡан малды һаҡларға тейешлеген билдәләгән. Тимәк, көтөүсе һүҙе етәксе, юл күрһәтеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы мәғәнәләренә эйә.Динебеҙ тарихына күҙ һалғанда, пәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе көтөүсе булған. Мәҫәлән, Муса ғәләйһис-сәләм. Уның ошо хеҙмәтенә бәйле хикәйәт тә бар. Муса ғәләйһис-сәләмдең көтөүендә 15 меңләгән һарыҡ булған. Бер мәл кис һанаһа, бер бәрәс тулмай икән. Төн буйы шуны эҙләп сәхрә ҡыҙырған пәйғәмбәр. Таңға ҡарай саҡ тапҡан. “Бер бәрәс өсөн ниңә шул ҡәҙәр ыҙаларға?!” – тип аптыраған башҡалар.
Пәйғәмбәр иһә шулай яуаплаған: “Көтөүҙә һәр йән эйәһе ҡәҙерле. Уларҙың барыһының да айырым урыны бар. Аҙашҡан мал ҡыйын хәлдә ҡалмаһын, ауырлыҡ кисермәһен тип, уны эҙләп таптым”. Ошо һүҙҙәргә ҡарап фекер йөрөткәндә, йәмғиәттәге етәкселәр ҙә халыҡ араһында булырға, һәр кем өсөн яуаплылыҡ тойорға, уларҙы аңларға, эйәртә, “ҡыуа” белергә тейеш. Ә кешеләр, мәғлүм ки, төрлө-төрлө: береһе етеҙ, икенсеһе һәлкәү, өсөнсөһө хәйләкәр, дүртенсеһе сирле һ.б. Етәксе, йәғни “көтөүсе”, һәр кемгә яҡынайыу юлын табырға, ҡулайлы тәрбиә ысулы ҡулланырға тейеш – бының өсөн уға Аллаһ Тәғәләнән айырым һәләт бирелгән.Алда әйтелгәнсә, хәҙер байтаҡ ауылдарҙа көтөү юҡ, был хеҙмәтте башҡарыр кешене табыуы ауыр. Сәбәбе, бәлки, кешеләрҙең еңеллек эҙләүендәлер, аҡсаны рәхәтерәк юл менән табырға тырышыуындалыр. Тәғәйен көтөүсе булмағас, ҡайһы бер урындарҙа эште сиратлап башҡаралар.
Был да, әйтеүҙәренсә, бик үк һәйбәт түгел. Ни өсөн тигәндә, бер-ике көн эсендә айырым кеше малды таный аламы, холоҡтарын өйрәнәме, үләндең ҡайҙа яҡшыраҡ икәнен беләме?Ғөмүмән, башлыҡты аҙ ғына ваҡытҡа һайлап ҡуйыу, даими алмаштырып тороуға тиң был. Етәксе үҙ эшен белергә, аҡыллы, ғилемле, тәрбиәле, хәстәрлекле булырға, донъяға ҡарашының киңлеге менән һоҡландырырға тейеш. Был сифаттар көтөүсе өсөн дә хас. Бәлки, шуға ла күптәрҙең был эшкә көсө етмәйҙер.Аллаһ Тәғәлә тарафынан әҙәм балаһына файҙа өсөн бирелгән малды күмәкләп ҡайғыртыу, хәстәрләү, һис шикһеҙ, тормошобоҙға йәм, бәрәкәт өҫтәй. Көтөүле ауыл киләсәкле, тип юҡҡа ғына әйтмәй өлкәндәр. Юл күрһәтер тере йән эйәһен электрон “көтөүсе” алыштыра аламы?
Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне