Яңылыҡтар
10 Июль 2021, 03:57

Муса Гәрәевтең тыуған көнөндә...

"Тап бөгөн яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтең тыуыуына 99 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Ошо көндә сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итеү - оло мәртәбә".

Бенин, Эстония, Чили, Һиндостан, Парагвай, Хорватия, Әзербайжан илдәренең фольклор ансамблдәре Илешкә иртән килеп төштө. Бай концерт программаһы Үрге Йәркәй ҡасабаһының үҙәк майҙанында үтте.
Ҡунаҡтарҙы Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин сәләмләне.
"Бөгөн илештәр үҙ ерендә халыҡ ижадын, милли йолаларҙы һаҡлауға ҙур өлөш индергән кешеләрҙе сәләмләй. Милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ сәхнәлә генә түгел, үҙ-ара мөнәсәббәттәрҙә лә яҡшы күренә. Артабан да шулай булһын, – тип теләне Илдар Мостафин. - Тап бөгөн илештәр Волга буйы федераль округындағы берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исемен алған яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтең тыуыуына 99 йыл тулыуҙы билдәләй. Беҙҙең өсөн мөһим булған көндә сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итеү - оло мәртәбә.
Илештә 33 мең самаһы кеше йәшәй. Беҙҙең район - Башҡортостандың иң хозур төбәктәренең береһе. Район үҙәге Үрге Йәркәй Өфө – Ҡазан – Мәскәү автомагистрале тоташҡан ерҙә урынлашҡан. Районда 15 милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙҙә нефть сығаралар, иген үҫтерәләр, йорттар һалалар, йәштәр белемгә ынтылып йәшәй. Районда йәшәгән кешеләрҙең өстән бер өлөшө йәштәр булыуы менән ғорурланабыҙ.
Фольклориада ҡунаҡтарының беҙҙең районға килеүенә шатбыҙ. Илештең ҡайнап торған мәҙәни тормошона тағы ла йән өрҙөгөҙ".
Илдар Мостафин ҡунаҡтарға райондың балалар сәнғәте мәктәбендә шөғөлләнгән уҡыусылар эшләгән сувенирҙар бүләк итте.
Илешкә ҡунаҡҡа килгән һәр ил вәкилдәре сағыу концерт программаһын тәҡдим итте. Коллективтар тамашасыларға үҙ илдәре, милли йолалары тураһында һөйләне. Интерактив майҙансыҡта балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Фольклориадала ҡатнашҡан илдәрҙең күргәҙмәһе барыһына ла ҡыҙыҡ булды. Ҡул эштәре күргәҙмәһе илештәр күңеленә айырыуса хуш килде.
Сағыу тамаша кискә тиклем дауам итте. Ҡунаҡтар ҙа, тамашасылар ҙа аралашыуҙан ҡәнәғәт булып таралышты.
Фотолар Илеш районы хакимиәтенән.
Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/folkloriada/2021-07-09/musa-g-r-evte-tyu-an-k-n-nd-2401400
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас