Авария һөҙөмтәһендә ике тәгәрмәсле транспорттың водителе алған йәрәхәттәрҙән дауаханала вафат була. Мотоциклист яҡынса 50-55 йәштәрҙә, уның үҙе менән документтары булмаған, ә транспорт сараһы тейешле рәүештә теркәлмәгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эштәре дауам итә. Мәғлүмәткә эйә булғандарҙы Салауат ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығы бүлегенә шылтыратыуҙы һорайҙар: 8 (3476) 37-96-02.