Төн уртаһында Хәйбулла районында Юлдыбай-Аҡъяр юлының 58-се саҡрымында "Skoda Octavia" автомобиле руле артындағы 19 йәшлек егет Бүребай яғынан Аҡъярға юлланғанда шул уҡ йүнәлештә барған "ИЖ Планета" мотоциклы менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә 24 йәшлек мотоциклист һәм уның 20 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк була. Асыҡланыуынса мотоциклисттың водитель таныҡлығы булмаған, ә авария мәлендә һәләк булғандарҙың икеһелә шлем кеймәгән. Автомобиль водителе әйтеүенсә, мотоциклдың артҡы фары янмаған, ә мотоциклистың һәм уның пассажирының яҡтыртҡысты сағылдырған элементтары булмаған. Юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре дауам итә.