Яңылыҡтар
10 Июль 2021, 04:09

“Үҙе шул тиклем йәл...”

“Бәләкәс” тигән һүҙенә үпкәләгәйнем...

Сәлимә бала сағын хәтергә төшөргәндә, ғәҙәттә, уның күҙ алдына ҡара, бөҙрә сәсле, баҫалҡы Ғәлим килеп баҫыусан. Улар бер-береһенә күрше генә йортта йәшәне, шуға ихатала ла был икәү бергә уйнар ине. Өлкәндәр хатта, ҡыҙ менән малайға ҡарап: “Кейәү менән кәләш, Ишәй менән Ҡушай”, – тип ирештереп-шаяртып өндәшергә ғәҙәтләнгәйне. Уларҙың был ҡылығына оялып ҡараған ҡыҙ һәм унан өс йәшкә ҙурыраҡ малай ғына бер нимә лә өндәшмәне. Шулай итеп, йыл артынан йыл үтте...
“Бер мәл әхирәтем менән икебеҙгә егеттәр бәйләнә башланы. Улар, өлкән апайымдың танышы икәнлеген белдереп, туғанымдың үҙҙәренең береһенә аҡса бирергә тейешлеге хаҡында әйтеп ҡурҡытты. Шулай итеп, беҙ йән-фарман йүгереп ҡастыҡ. Ә ҡаршыбыҙға Ғәлим дуҫтары менән килә ине. Улар беҙҙе яҡланы”, – тип һөйләй хәҙер Сәлимә.Ҡыҙ ҡайтып, ошо хәл тураһында әсәһенә әйткәс, ҡәҙерле кешеһе ныҡ ҡыуанған һәм был хаҡта егеттең ата-әсәһенә хәбәр иткән. Ошо ваҡиғанан һуң Ғәлим Сәлимәләргә ара-тирә инеп сығырға ғәҙәтләнгән. “Ул ваҡытта миңә икенсе егет оҡшай ине, шуға Ғәлимгә әллә ни ныҡ иғтибар итмәнем. Үҙе лә мине оҡшатыуы хаҡында өндәшмәне, – ти Сәлимә. – Моғайын, беҙ бары яҡшы дуҫтар булғанбыҙҙыр...
Бер ваҡыт кис Ғәлим дуҫтары һәм бер ҡыҙ менән урамда торғанда: “Сәләм, бәләкәс! Хәлдәр нисек? Ҡайҙа барырға йыйындың?” – тип миңә өндәшкәс: “Был һинең эшең түгел”, – тип ҡаты ғына әйттем дә китеп барҙым. “Бәләкәс” тигән һүҙенә үпкәләгәйнем. Аҙаҡ ул был ҡылығы өсөн ғәфү үтенде, әлбиттә. Ғәлим үҙен эргәһендәге ҡыҙ алдында күрһәтер өсөн ҡырт ҡына һөйләшкәндер, моғайын. Өҫтәүенә, күп тә үтмәй, ул ғаиләһе менән икенсе ҡалаға йәшәргә күсте”.Хәҙер Сәлимәнең үҙ ғаиләһе бар, бына тигән ҡыҙҙары ла үҫеп килә. “Яңыраҡ Ғәлим миңә социаль селтәрҙә үҙенең әле һаман берҙән-берен таба алмауы, төҫ-башы, холҡо менән миңә оҡшағанды эҙләүе, минең ғаилә хәлем хаҡында яҡшы хәбәрҙар булыуын яҙҙы. Тағы беҙҙең ағай менән һеңле кеүек дуҫ булыуыбыҙ сәбәпле, ҡасандыр үҙенең мине оҡшатыуы хаҡында әйтмәүе тураһында хәбәр иткән. Мин һин әйткәнсә камил түгелмен, онот мине, бала саҡ хәтирәләре менән генә йәшәргә ярамай, тип үҙенә әйтеп тә ҡарайым. Хәҙер миңә Ғәлим шул тиклем йәл. Нисек тә булһа уға ярҙам иткем килә.Үҙе иһә мыҡты кәүҙәле, матур, бына тигән эше, торлағы бар...”
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.
Автор:Вадут Исхаков
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-07-09/e-shul-tiklem-y-l-2401353
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас