Билдәле булыуынса "Toyota Chacer" һәм ҡаршыға килгән "Mercedes" фураһы бәрелешкән. Төкөүҙән ҡаҡлығып фура ҡаршыға килгән "Skoda Octavia" һәм "Лада Гранта" автомобилдәренә түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә "Toyota" автомобиленең пассажиры дауаханала вафат булған, ә водитель госпиталгә оҙатылған. Шулай уҡ "Skoda" автомобиленең өс пассажирына медицина ярҙамы талап ителгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эштәре дауам итә.