Яңылыҡтар
10 Июль 2021, 03:13

“Беҙҙә һыйырҙар үлә башланы..”

Ауыл халҡы ни өсөн туристарға зарлана?

Ғафури районы Юрмаш ауылы халҡы туристар араһында бик популяр булған Еҙем йылғаһының яр буйҙарына күмәкләп ял итергә килеүселәргә ҙур ризаһыҙлыҡ белдергән.
Урындағы контейнер майҙансығында һәм яр буйҙарының сүп-сарға күмелеүе – был популярлыҡтың иң аяныслыһы ғына түгел әле.
«Беҙҙә һыйырҙар үлә башланы. Малдар сүп-сар ашай һәм һәләк була, - тип яҙған ауылда йәшәүсе Индира Әхтәмова. – Бынан тыш, килгән кешеләр балаларҙы күрмәй ауыл буйлап юғары тиҙлектә йөрөйҙәр. Шулай уҡ Еҙем буйында бәҙрәф юҡ, бар ерҙә ҡағыҙ, салфеткалар, тиҙәк».
Башҡортостан Республикаһы идара итеү үҙәге был мөрәжәғәтте Ғафури районы хакимиәтенә һәм «Эко-Сити» төбәк операторына тапшырған. Мәсьәлә республика хөкүмәтендә премьер-министр Андрей Назаров уҙғарған ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләрен буйынса кәңәшмәлә ҡаралған. Ҡабул ителгән ҡарар буйынса төбәк операторы сүп-сарҙы аҙнаһына өс тапҡыр сығарасаҡ. Быға тиклем сүп-сар аҙнаһына ике тапҡыр сығарылған.
Шулай уҡ Андрей Назаров туристик объекттар булған муниципалитеттарға был тәжриәбне ҡулланырға тәҡдим итте һәм республиканың Экология министрлығына, төбәк операторҙарына һәм муниципалитеттарға һәр бер контейнер майҙансығында тәртип булдырырға ҡушты.
Фото:Pesotsky
Сығанаҡ:Башинформ
https://www.bashinform.ru/news/1617473-v-odnom-iz-rayonov-bashkirii-iz-za-musora-priezzhikh-turistov-nachali-gibnut-korovy-/
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас