Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 18:13

Һыу ҡорттар өсөн балдан да ҡиммәтлерәк

Умартаға килтерелгән һыу шунда уҡ ҡорттар тарафынан туҡланыу өсөн тотонола. Шунлыҡтан

Бал ҡорто кәрәҙе күҙәнәге тәбиғәттәге иң рациональ геометрик формалы һауыт булып тора, уны төҙөү өсөн үтә аҙ материал талап ителә (ҡорттарҙың 100 күҙәнәгенә 1,3 г балауыҙ тотонола), ә төҙөлөш яғынан ныҡлығы һәм һыйҙырышлылығы буйынса уның тиңе юҡ.
Бал ҡорттары —“математиктар”. Улар төҙөгән кәрәҙҙәр ҙурлыҡта­рының аныҡлығы, формаларының бер ишлеге һәм дөрөҫлөгө менән айырылып тора. Улар иң рациональ геометрик форманы кәрәҙ күҙәнәгенең төбөндә түңкәрелеп ятҡан ромбиктарҙан торған өс яҡлы пирамидалы, алты ҡырлы форманы һайлаған. Ошондай форма арҡаһында кәрәҙ күҙәнәктәре бер-береһенә үтә лә яҡын, тығыҙ итеп урынлашҡан, һөҙөмтәлә төҙөлөшкә урын аҙ китә һәм был бик нескә, ватылып барыусан төҙөлөштөң юғары ныҡлығы тәьмин ителә, кәрәҙҙәрҙә иң күп һыйҙырыш­лылыҡҡа ирешелә (стандарт рамына 4 кг бал һыя) һәм уларҙы төҙөүгә балауыҙ тотоноуҙа ҡәтғи экономия яһауға өлгәшелә. Бал ҡорто кәрәҙҙәре күҙәнәге форма­һының рационаллеге тураһында түбәндәге факт та асыҡ һөйләй: боронғо грек ғалимдары үҙҙәренең ике йыллыҡ эҙләнеү-иҫәпләүҙә­рендә, тәбиғәттә материал тотоноу буйынса ҡорт күҙәнәктәренән дә экономиялыраҡ һәм һыйҙырыш­лыраҡ һауыт юҡ, тигән һығымтаға килә. Ромбтарҙың йәйенке мөйөш­тәре һәр саҡ – 109°28’, ә ҡыҫынҡылары 70°31’-ҡа тигеҙ.
Бал ҡорттары — “скульпторҙар”. Уларҙың “заказсыһы”, Красноуфим­скиҙан ҡарт Урал умартасыһы Н.В. Давыдов, бал ҡорттарының бала­уыҙ күҙәнәктәре һәм кәрәҙҙәр төҙөүгә бәйләнешле инстинктын файҙаланып, йәйенке мөйөштәре 109°28’, ҡыҫынҡылары 70°З1 бул­ған (был ҙурлыҡтар кәрәҙ күҙә­нәктәрендәге ромбтар ҙурлығына тап килә) трафареттар киҫеп әҙерләй, ә бал ҡорттары улар буйынса һындар һәм хәрефтәр йәбештерә.
Умартаны яңы урынға урын­лаштырған саҡта ҡыйыш ултыр­тырға ярамай, сөнки ҡорттар кәрәҙҙәрҙе дөрөҫ ҡормаясаҡ. Бик аҙға ғына умартаның кейәһе яғына ауышлыҡ рөхсәт ителә, был умартаға яуын-төшөм эләктермәү һәм ҡорттарға умартаның төбөн таҙартыуҙы еңелләштереү өсөн кәрәк.Эсенә бал һала торған быяла һауыт балдың үҙенә ҡарағанда – ике тапҡырға, ағас һауыт – 6 – 8, ә тәбиғи бал ҡорто күҙәнәге балдың үҙенең үлсәү массаһынан 27 тапҡырға еңелерәк. Әгәр ҙә быяланан йәки ағастан һауытты балдың ауырлығынан 20–27 тапҡырға кәмерәк һыйҙырышлы итеп яһаһаң, ул сағында бал үҙенең ауырлығы менән уны баҫып ватасаҡ. Балауыҙ ҡоролмаһының ныҡлығы бал кәрәҙе күҙәнәгенең дә, кәрәҙҙең үҙенең дә кон­струкцияһы менән тәьмин ителә.Балауыҙ — бал ҡорттарының иң ҡиммәтле төҙөлөш материалы. Ысын умартасы балауыҙҙы бәләкәй генә бөртөктәрҙән йыя; сөнки ҡорттар бүлеп сығарған 100 балауыҙ тәңкәһе, барлығы ни бары 25 мг (бер грамдың ҡырҡтан бер өлөшө) тарта һәм, шулай булыуға ҡарамаҫтан, айырым умартасылар бер миҙгелдә һәр ҡорт ғаиләһенән 2 килограмға тиклем балауыҙ алыуға өлгәшә.
Бал ҡорттарының аҙығы, уларҙың туҡланыуы
Бал ҡорттары үҫемлектәрҙән татлы һут һәм сәскә һеркәһе йыя. Уны аҙыҡ сифатында балға һәм һитәгә әүерелдерәләр. Ҡорттарға йәшәү, эшләү һәм үрсеү өсөн, башҡа бөжәктәр һәм хайуандар кеүек, аҙыҡ талап ителә, һитә аҡһымдарҙы, майҙарҙы, углевод­тарҙы үҙ эсенә ала. Быларҙан тыш, бал ҡорттарына күп булмаған миҡдарҙа минераль матдәләр (тоҙҙар), витаминдар кәрәк.
Аҡһым айырым матдәгә – азотҡа бай, ул инә ҡорт һөтө составына инә. Углеводтар, майҙар, минераль матдәләр, витаминдар ҡорттарға энергияның төп сығанағы булып хеҙмәт итә, ә ҡорт ағзаларының бөтә эшмәкәрлеге ошо энергия арҡаһында башҡарыла. Умартаға ҡорттар татлы һуттан, һеркәнән тыш, һыу ҙа килтерә.
Татлы һут – ул углеводлы аҙыҡ, шәкәрҙән (сахароза, глюкоза, фруктоза), һыуҙан, бер аҙ күләмдә аҡһымдарҙан, минераль тоҙҙарҙан ғибәрәт, һыуҙың һәм шәкәрҙең күләме үҫемлектәрҙең ботаник сос­тавына, һауа шарттарына бәйләнешле шаҡтай үҙгәреп тора.Татлы һут — ул үҫемлек сәскәләре һәм шәрбәтлектәре бүлеп сығарған органик һәм минераль матдәләр ҡатнашмаһынан торған шәкәрле, тәмле шыйыҡса. Бал бирә торған үҫемлектәрҙең күпселегенең шәрбәтлеге сәскәнең башланған ерендә йәки иң төбөндә була. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең шәрбәтлеге булмай, ә татлы һутты сәскә туҡымаларының береһен тәшкил иткән махсус күҙәнәктәр бүлеп сығара. Мәҫәлән, йүкә сәскәләрендә татлы һут сәскә япраҡсаларының табағы төбөндәй күбенеп-күбенеп таралышып урынлашҡан күҙәнәктәр тарафынан бүлеп сығарыла.
Үҫемлектәрҙә 50-нән алып 56 процентҡа тиклем шәкәр булған осраҡта, ҡорттар татлы һутты ихлас, әүҙем йыя, ә шәкәр 4,25 проценттан кәм булғанда, уны алмай ҙа, йыймай ҙа. Үтә лә ҡуйы һут һылашып ятыу сәбәпле, ҡорттарға йыйыуы ауырға төшә. Һутта шәкәрҙең юғары миҡдарҙа булыуы ҡорттарҙың эшен ауырлаштыра. Умартаға үтә лә шыйыҡ һут — “ярым фабрикат” миҡдары 70 процент килһә, ҡабул итеүсе ҡорттар татлы һутты юғарыраҡ урынлашҡан бер күҙәнәктән икенсеһенә, кәрәҙ рамының өҫкө өлөшөнә күсерә. Ошолай улар бер нисә тапҡыр уны томшоҡтарына сығара һәм яңынан бал йыйыу бөрләтәүенә һурып ала. Татлы һутҡа шайыҡ өҫтәп, һыуҙы айырып сығарып, ҡорттар уны балға әйләндергәнсе эшкәртә. Һәйбәт елләтелгән умартала татлы һуттан һыуҙы парландырыу биш көнгә тиклем дауам итә. Вентиля­цияның кәмеүе унан һыуҙы айырыуҙы егерме көндән ашыуға тиклем тотҡарлай. 450 грамм һыуҙы кәметеү өсөн 100 грамм шәкәр тотонола. Һыуҙың миҡдары татлы һутта 20 процентҡа тиклем кәмегәс, ҡорттар күҙәнәктәрҙе өҫтөнә тиклем тулғансы бешкән бал менән тултыра ла уларҙы балауыҙ ҡапҡас менән йоҡа ғына итеп һылап-мисәтләп ҡуя.
Ҡорттар тарафынан татлы һут­ты, рәшә балды яңынан эшкәртеү һөҙөмтәһендә бал, виноград (глюкоза) һәм емеш (фруктоза) шәкәр­ҙәре ҡатнашмаһы хасил була. Бал үҙендә 17–21 процент һыу, органик кислоталар, азот һәм минераль матдәләр, витаминдар тота.
Сәскә һеркәһе – бал ҡорт­тарына ҡарышлауыҡтарҙы ашатыу өсөн кәрәкле аҡһым — витамин аҙығы ул. Сәскә һеркәһе сәскәле үҫемлектәр тарафынан һеркә япраҡтарының һеркәлектәрендә һаҡлана, һеркәне йыйған саҡта ҡорттар уға бер ни тиклем шайыҡ һәм татлы һут өҫтәй, унан оҙонсараҡ борсаҡ рәүешле йоморсалар йомарлай һәм уларҙы артҡы аяҡтарындағы махсус ҡулайла­маларҙа (кәрзиндәрҙә) урынлаштыра. Күп райондарҙа йәттә тип әйтәләр.
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабының авторы Ивний Шафиҡов бына нимәләр яҙа: “...Һеркәгә мансылған бал ҡорто тышҡы ҡиәфәте менән онға буялған тирмәнсегә оҡшаш була... Һитәне ҡайһы бер райондарҙа манса тип тә йөрөтәләр”.
Йоморсалар массаһы үҫемлек­тәрҙең ботаник составына һәм метеорологик шарттарға бәйле 8–22 миллиграмм ауырлыҡтағы, йәғни он бөртөгө кеүек ваҡ ҡына 3-4 миллион һеркә бөртөктәренән тора. Йоморсаларҙы әҙерләү өсөн ҡорт 3-тән 20 минутҡа тиклем ваҡыт сарыф итә.
Ҡорттар сәскә һеркәһен (ул төрлө төҫтә була) һитәгә әйлән­дерә, уны кәрәҙ күҙәнәктәренә йыйыштыра, уларҙы тығыҙлап, һәй­бәтләп тултыра ла татлы һут һәм шайыҡ менән еүешләп консервалай. Тығыҙлап һалынған һеркә әсеүгә дусар була. Бактериялар тарафынан эшкәртелгән һөт кислотаһы һитәне боҙолоуҙан һаҡлай.
Бер ҡорт үҫеү өсөн 0,1 грамм тирәһе һитә талап ителә. Яҙғы-йәйге осорҙа бер көслө ғаиләне (60–80 мең ҡортто) үҫтереүгә 6–8 килограмм һитә китә. Һитәнең – ҡорттарҙың «икенсе икмәге»нең шаҡтай өлөшө бала ҡортто, үрсемде тәрбиәләүгә, үҫтереүгә китә. Һитә етешмәгән саҡта ҡорттар ашатылыусы ҡарышлауыҡтар һанын аҙайта. Әгәр ҙә тәбиғәттән умартаға һеркә килеү туҡтап ҡалһа йәки бөтөнләй булмаһа, ул сағында инә ҡорт йыш ҡына йомортҡа һалыуҙы кәметә йәки хатта туҡтатып уҡ ҡуя. Ә үҫешеп етмәгән ҡарышлауыҡтарҙы, ояла ашарға аҙыҡ – һитә етешмәгәнлектән, ҡорттар тәрбиәләп үҫтермәй, хатта уларҙы умартанан тышҡа сығарып ташлай. Умарталыҡтарҙа ямғырлы йәйҙә ошондай хәл күҙәтелә.
Төрлө үҫемлектәрҙән йыйылған сәскә һеркәһе төрлөсә миҡдарҙа туҡлыҡлы матдәләр тота. Умартала төрлө үҫемлектәр һеркәһе бергә ҡатыштырыла. Һитәлә уртаса 20 процент тирәһе аҡһым бар.
Сәскә һеркәһе минераль матдәләргә бай. Унда натрий, магний, алюмин, кремний, көкөрт, хлор, калий, кальций, марганец, тимер, баҡыр була. Инвертаза, каталаза, диастаза, липаза ферменттары һәм башҡалар бар.
Һыу — бал ҡорттарына ҡарыш­лауыҡтарға аҙыҡ әҙерләгәндә балға өҫтәү һәм шыйыҡлатыу, ояла температураны, һауа дымлылығын яйға һалыу өсөн кәрәк. Умартаға татлы һут килгән саҡта ҡорттар, ғәҙәттә, һыуға мохтажлыҡ кисер­мәй. Яҙын иһә, тәбиғәттә йыйым булмаған, ә үрсем күп саҡта, һыуға талап арта. Был мәлдә ҡорт ғаиләһенең һыуға ихтыяжы үрсем һанына пропорциональ рәүештә үҫә. Шуның өсөн яҙ көнө ҡорттарҙы ҡышлау урынынан йәки ҡар аҫтынан сығарғас, ҡорт ғаиләһе эргәһенә һәм умарталыҡ биләмәһенә сөсө һыу менән һуғарғыс ҡуялар. Хатта ике һуғарғыс ҡуйыу бик хуп, уларҙың береһенә тоҙланған һыу (1 литр һыуға аш тоҙоноң 0,01 процентлы иретмәһе, йәғни 100 литрға 10 г) ҡойола. Ул сағында инде ҡорттар яҙ-йәй көндәре тиреҫ шыйыҡса­ларында, күләүектәрҙә, малсылыҡ фермалары янында, бәҙрәфтәрҙә, бысҡы табы өйөмдәре тирәһендә минераль тоҙҙар эҙләп осоп йөрөмәйәсәк.
Ҡоро, эҫе көндәр торғанда, ояла температураны нисектер түбән төшөрөү, унда тейешле дымлылыҡ һаҡлау маҡсатында ҡорттар кил­терелгән һыуҙы кәрәҙҙәргә һип­тереп сыға, кәрәҙҙәр күҙәнәктәренә тамсылап-тамсылап һарҡыттырып элеп ҡуя. Парланып, ул һауаны һалҡынайта, уның дымлылығын күтәрә. Яҙ көнө ҡорт ғаиләһе бер тәүлек эсендә 100–200 грамм, ҡоро һауа торғанда 400 грамдан ашыу һыу тотона.
Умартаға килтерелгән һыу шунда уҡ ҡорттар тарафынан туҡланыу өсөн тотонола. Һыуҙы ҡорттар запасҡа һаҡламай. Ҡыш көндәре ғәҙәттә, балдағы һыу ҙа етә, улар уның менән балда барлыҡҡа килә торған кристалдарҙы, ялтырауыҡ бөртөктәрҙе ебетеп аса.
Йәш умартасыларға шуны хәтерҙә тотоу мөһим: яҙын ҡорттар өсөн һыу балдан да ҡиммәтлерәк. Бары тик һыуҙы йылытып бирергә онотмағыҙ.
Әмир ИШЕМҒОЛОВ, Р. НОҒОМАНОВ, “Умартасы кәңәштәре” китабынан.
Автор:Вадут Исхаков
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-07-09/yu-orttar-s-n-baldan-da-imm-tler-k-2401339
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас