Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 05:06

Ревакцинация ни өсөн кәрәк?

-

Прививка яһатҡандарға ла иммунитетты яңыртыу өсөн уны ҡабаттан эшләтергә тура киләсәк. Был хаҡта вакцина етештереүселәр ҙә, вирусты өйрәнеүселәр ҙә ҡат-ҡат әйтә. Прививка яһатҡандарҙың йыш яңғыраған һорауҙарына белгестәрҙең яуаптарын бирәбеҙ.
Кемгә һәм ниндәй йышлыҡта ревакцинация яһатырға кәрәк?
Биология фәндәре докторы, Екатеринбургтағы “Вектор” вируслы ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе Александр Семенов әйтеүенсә, ярты йыл үткәндән һуң ҡабаттан прививка яһатыу ҡулайлы ваҡыт. “Әгәр прививка ҡаҙатҡандан һуң ярты йыл да үтмәгән булһа һәм антиесемдәр күҙәтелмәһә, ике-өс айҙан һуң вакцина эшләтергә мөмкин. Бер зыян да булмаясаҡ”, – ти ул. Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ла ошо уҡ срокты ҡулайлы тип билдәләй. Уның әйтеүенсә, йоғошло сирҙәр менән киҫкен хәл бер аҙ тотороҡланғанда, ҡабаттан яһалған прививкаларҙы йылына бер тапҡыр эшләү ҙә етәсәк. Бының өсөн даими рәүештә антиесемдәрҙе тикшереп тороу ҙа кәрәкмәйәсәк.
АҠШ белгестәре иммунитет торошон баһалауҙа тестарға ғына таянырға кәңәш итмәй. Уларҙың әйтеүенсә, беренсенән, тестарҙың теүәллеге тураһында етерлек кимәлдә мәғлүмәт юҡ. Икенсенән, вирустан һаҡланыу өсөн күпме антиесем кәрәклеген әлегә әйтеүе ауыр. Антиесемдәр булыуы иммунитет өсөн бик мөһим, әммә берҙән-бер күрһәткес түгел, тип иҫәпләй ғалимдар.
Беҙҙә икенсе тапҡыр прививка яһатҡандар ҙа бар. Һөҙөмтә нисек һуң?
”Спутник V” вакцинаһын етештереүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе Денис Логунов әйтеүенсә, дүрт-алты айҙан һуң ревакцинацияланған хеҙмәткәрҙәрҙә һөҙөмтә яҡшы булыуы асыҡланған. Коронавирусҡа ҡаршы антиесемдәр тәүге мәлдәгегә ҡарағанда ла юғарыраҡ булған. ”Аденовируслы векторҙар менән бер проблема ла юҡ”, – тип раҫлаған ул, тәжрибәһенән сығып.
Ә ревакцинация коронавирустың яңы мутацияларынан һаҡлаясаҡмы?
Был һорауға әлегә аныҡ яуап юҡ. Рәсәйҙә сирҙең өсөнсө тулҡынын Һиндостандан килгән “дельта” менән бәйләйҙәр. Гамалея үҙәге директоры Александр Гинцбург раҫлауынса, “Спутник V” препараты бөгөн билдәле булған бөтә штамдарҙан да яҡшы һаҡлаясаҡ. Һәр хәлдә, вакцина инфекция барышын еңеләйтәсәк, сир үлемгә алып барып еткермәйәсәк. Александр Семенов раҫлауынса, “киң күләмле вакцинация ярҙамында беҙ үҙебеҙҙе һаҡлай аласаҡбыҙ, был саҡта еңелмәҫлек штамдар бер ҡасан да барлыҡҡа килмәйәсәк”.
Тәүге тапҡыр яһатылған вакцинаны ҡабаттан ҡаҙатырға яраймы?
Белгестәрҙең әйтеүенсә, уларҙың бер төрлө булыуы мөһим түгел, сөнки бөтә вакциналар ҙа бер үк вирусҡа ҡаршы яҡлаусы ҡалҡан барлыҡҡа килтерә. Был мәсьәлә белгестәр тарафынан ентекле өйрәнелә. Төрлө вакциналарҙың бер-береһенә тәьҫире тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдимдәренә ярашлы, илдә теркәлгән прививкаларҙың ҡайһыһын булһа ла яңынан эшләтергә мөмкин. Әлегә тиклем “Спутник V”те ҡаҙатҡандар ҡабаттан ошо уҡ вакцинаның тәүге компонентын аласаҡ. “Вектор” үҙәгенең генераль директоры Ренат Мәҡсүтов та, Чумаков исемендәге үҙәк директоры Айҙар Ишмөхәмәтов та үҙҙәре етештергән вакциналар менән яңынан прививкаланыу өсөн бер ниндәй ҡаршылыҡ юҡ, тип раҫлай.
Фото: M.severpost.ru
Автор:Дина Арсланова.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас