Эквадорҙан килгән Лина Ласкано Асҡындағы хеҙмәттәштәребеҙгә Башҡортостандан алған тәьҫораттары тураһында һөйләп ишеттергән.
“Рәсәйҙә, Башҡортостанда, уның Асҡын ауылында бик оҡшаны. Ошоға тиклем, Рәсәй халҡы ныҡ ҡырыҫ, саманан тыш етди, тип уйлай инек. Киреһенсә килеп сыҡты: бында иң мөләйем, эскерһеҙ, ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Илемә ҡайтҡас, бында ни тиклем асыҡ, мәрхәмәтле төрлө милләт халҡы йәшәгәне хаҡында бөтәһенә лә һөйләйем!
Беҙҙә климат бөтөнләй икенсе, бер сиктән икенсеһенә һикермәй. Һеҙҙә, бер ҡараһаң, ныҡ эҫе, унан ҡапыл һыуып китә. Уның ҡарауы, бигерәк матур. Бар тирә-яҡта – йәшеллек. Инде ҡайтып китергә лә ваҡыт еткәне бер аҙ эсте бошора. Тағы килергә форсат сыҡһа, ҡыуанып киләсәкмен”, – тип һөйләгән Лина.
Лина халыҡ кәсебе менән бына инде 25 йыл шөғөлләнә. Гел күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Башҡортостанға ла үҙенең ҡул эштәрен алып килгән: бында талисмандар, сәйләндән биҙәүестәр, хатта ағастан яһалған битлектәр ҙә бар. Һуңғылары кире энергиянан, ҡара көстәрҙән һаҡлай, тип иҫәпләнә.
Фотолар "Йәнтөйәк" гәзите төркөмөнән.