Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 07:11

МАШИНИСТ ҠАЙҘА?

Кисә иртәнге сәғәттәрҙә (Мәскәү ваҡыты менән 07:16) Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Хәйбулла районы “Юбилей” ятҡылығында ер емерелеүен хәбәр итәләр. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә 4 техника һәм 20 кеше йәлеп ителгән. Хәйбулла районы прокуратураһы тикшереү үткәрә.

“Асыҡланыуынса, йөк ташыу-бушатыу машинаһы машинисы ер аҫтында ҡалған. Әле тикшереү эше уҙғарыла”,--ти прокуратура белгестәре.
Әлегә машинистың кәүҙәһе табылмаған. Бәлки, мөғжизә менән ҡотолғандыр, тигән ышаныс бар...

Фото интернеттан.
Мәғлүмәт ТАСС мәғлүмәт үҙәгенән алынды.

Резеда Валиева

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас