Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 17:18

“Башкирд ҡалаһы мөһим мәғәнәгә эйә булған”

XIV быуаттағы донъя картаһында ошондай атамалы ҡала күрһәтелгән

Күптән түгел Өфөлә башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса “Башҡорттар Евразияның төрки халыҡтарын фән-ара тикшереүҙәр контексында” тигән ике көнлөк ғилми сессия булды. Был хаҡта сайтыбыҙҙа ла, гәзиттә лә яҙып сыҡҡайныҡ. Сараға Рәсәйҙең ошо өлкәләге абруйлы ғалимдары килде. Шуларҙың береһе Александр Григорьевич Юрченко – тарихсы, тикшеренеүсе, Урта быуат яҙмаларын тәржемәләүсе, ғилми тикшеренеүҙәрҙе ойоштороусы. Ул латин сығанаҡтарында ҡалған Монгол империяһы тарихын, Урта быуат сәйәхәтселәре яҙмаларын, ошо осор картографияһын, латин бестиарийҙарын тәрән өйрәнә. Сессия барышында Питерҙан килгән абруйлы тикшеренеүсе менән гәзитебеҙ өсөн әңгәмә ойошторҙоҡ.
– Александр Григорьевич, һеҙ – донъяның XIV быуат каталон картаһын* ныҡлап өйрәнгән, тәрәндән белгән шәхес. Унда күрһәтелгән Башкирд ҡалаһы­ның исемен Европаға Флоренция сауҙагәрҙәре алып килгән, тип иҫәпләйһегеҙ. Ошо турала үҙегеҙҙән ентеклерәк ишетергә теләр инек.
– Эйе, был картала Башкирд ҡалаһы бар икәне күптән, тәүге тикшеренеүселәргә үк, мәғлүм ине. Ул урта быуат каталон телендә эшләнгән. Шуға ла ҡаланың исеме русса алынған Башкирд вариантынан айырыла: Баскарти (баҫым һуңғы ижеккә төшә. – Авт.). Филологтар шулай аңлата: был вариант латин теленән килгән, ә унда “башҡорт” һүҙенең әйтелеше тап шулай яңғырай. Тимәк, был яҡтан бер ниндәй ҙә шик юҡ. Ә һорауҙар иһә географик урынға һәм тарихи мәғәнәгә ҡағылышлы. Картаны ныҡ аҡыллы кешеләр төҙөгән, мин уларға һоҡланам. Улар – Европаның интеллектуаль элитаһы, тиергә кәрәк. Ныҡ ирекле фекерләгәндәр, бер ниндәй тыйыу­ҙар ҙа уларға кәртә була алмаған. Был аҡыллыларҙың бурысы икен­селә: улар бар донъяны күрә, белә, – ҡоро һүҙ булмаһын өсөн, бына ошондай миҫал килтерәм: Иерусалим, мәҫәлән, ҡайҙа торорға тейеш, тап шул урында тора ла. Са­ғыштырыр өсөн: Европаның сиркәү карталарында был ҡала донъяның үҙәгендә күрһәтелә. Юҡ, каталон кар­таһын төҙөүселәр Иерусалим­дың баһаһын кәметмәй, ә бары тик донъяның ысынбарлығын күрһәтә.Бында Мәккә ҡалаһы ла, буд­дизмға ҡағылышлылары ла, Төньяҡ Африка менән Ҡытай ҙа бар, йәғни картаны эшләүселәр донъяның христианлыҡ менән сикләнмәгәнен, уның күпкә киңерәк икәнен аңғарта. Күбеһе был осорҙо, мәктәп про­грам­маһынан өйрән­гәнсә, Тәреле походтар ваҡыты тип кенә күҙал­лай, ә ысынында иһә барыһы ла ҡат­марлыраҡ, шуға күрә ҡыҙығыраҡ та. Картала бер нисә мең ҡала исеме, хатта флагы, гербы менән күрһәтелгән. Европа донъяны христиан-мосолман тип йәки башҡа билдә буйынса түгел, ә гербтар аша күҙ алдына килтергән. Унда дәүләттәрҙең, төбәктәрҙең, хатта айырым ғаилә, кешеләрҙең дә үҙ гербтары булған. Шуға ла картала ҡайһы бер урындарға күҙ алдына килтереп, уйлап табылған гербтар ҡуйылып сыҡҡан, әйтәйек, Мәккәгә лә билдә уйлап сығарғандар. Герб йәмғиәтте, уның ағзаһы булыуҙы белдергән. Ул ҡырағай тормошта йәшәгәндәрҙеке йәки кешелеккә ҡағылышы булмаған донъяныҡы, мәҫәлән, хайуандарҙыҡы, ғына бул­маҫҡа мөмкин, тип фекерләнгән.
– Карталағы ошо меңәрләгән ҡала араһында Баскарти тигәне лә урынлашҡан...
– Эйе, бына шунсама ҡала араһында Баскарти ҙа бар. Ул картала былай ғына ҡуйылмаған, ул теүәл сылбырҙа урынлашҡан, сау­ҙа юлында! Бында шулай уҡ беҙгә таныш исем – Себер ҡалаһы ла бар. Һәм тағы өс ҡала. Баш­ҡорт­ос­танға быға тиклем ошо картаны алып килгәндәге теләгем шундай ине – ошо өс ҡаланы урындағы археологтар ярҙамы менән танырға.Нияз Мәжитовты ла, мине лә бер һорау борсоно: ҡалаларҙың атамалары реаль археология объекттары менән нисек бәйләнгән? Быны асыҡлар өсөн бихисап тикшеренеү, өйрәнеү, ваҡыт кәрәк ине. Нияз Абдулхаҡ улы өйрәнә башланы, тик мәсьәлә шунда: карта баҫып сығарылмаған. Ул алты метрлы, шулай уҡ алты өлөштән тора, уны әҙерләр өсөн алты һарыҡ тиреһе киткән. Бай йөкмәткеле был атласҡа һалынған мәғәнәләр трактат­тарҙан да былайыраҡ: унда тарих та, география ла, хатта алдан күҙаллау ҙа бар. Аҙаҡҡыһы уға һалынған төп бурыс, тиергә кәрәк. Карта өҫтәлгә һалып, шуның тирә­ләй әйләнеп ҡарар өсөн уңайлы итеп эшләнгән. Унда һынлан­ды­рылған 24 хакимды шахмат таҡта­һындағы ише йөрөтөргә мөмкин, йәғни картаны төҙөүселәрҙе ҙур мәсьәләләр, етди һорауҙар ҡыҙыҡ­һындырған: Ҡытайға юл, төньяҡҡа ҡарай сауҙа юлдары, сөнки бында ҡиммәтле тиреләр булған. Башкирд ҡалаһы ҡиммәтле тиреләр ташылған ошо юлға ингән дә инде.
– Йәғни Башкирд (Башҡорт) ҡалаһы ысынлап та булған?
– Һис һүҙһеҙ. Беҙ бит реаль карта тураһында һүҙ алып бара­быҙ. Каталон атласы әлеге көндә Францияның Милли китапхана­һында һаҡлана. Ул ябай ғына карта түгел, уның авторҙары донъяның ысынбарлығы менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмаған, ә уны моделләш­тергән! Бында география идеаль тиерлек һүрәтләнгән: тау, йылға­лар, ҡитғалар контуры һәм башҡа­лар. Төҙөүселәрҙе теләһә ниндәй ҡала ҡыҙыҡтырмаған: йә сәйәси, йә дини үҙәктәр, йә сауҙа менән бәйлеләре генә. Алдараҡ әйткәнемсә, Башкирд ҡиммәтле йәнлек тиреләре ташый торған, йәғни сауҙа юлында тора. Ул биш ҡаланы берләштергән сылбырға инә, был ҡалалар иһә ҙур йылға эргәһендә урынлашҡан. Уның сигенә – төньяҡҡа тиклем күҙ һалһаң, Себер ҡалаһын күрәһең. Артабан тауҙар китә. Уларҙан ары – киләһе сылбыр.Биш ҡаланың икәүһендә флаг бар, ә уларға Үзбәк хандың, йәғни Алтын Урҙаның гербы төшөрөлгән. Был биләмәнең сәйәси яҡтан үҙләштерелгәне хаҡында һөйләй. Ошоға бәйле, Испания менән Италия сығанаҡтарынан мәғлүмәт эҙләргә уй бар ине. Испан трактатын таптым. Уны бер китапхана баҫтырған, авторы – бер францис­кансы**. Бында беҙҙе ҡыҙыҡ­һын­дырған төбәк тураһында яҙмалар бар. Бары ултырырға ла ошо мәғлүмәттәрҙе өйрәнергә, башҡа­лары менән сағыштырырға кәрәк. Ошо урында бер билдәле хә­ҡиҡәтте иҫкә төшөрөп китәм: беҙҙә Көньяҡ Уралға ҡағылышлы тарихи сығанаҡтар аҙ. Ә бына Францияла – каталон картаһы, Испанияла трактат ята. Унда илдәр ентекле һүрәтләнгән, иң мөһиме – Европа менән Азияға, шул иҫәптән беҙҙе ҡыҙыҡһындырған Алтын Урҙаға ҡағылышлы гербтар йыйылмаһы бар! һүрәтләүҙәр ябай, бер ҡатлы, әлбиттә, сөнки был францис­кан­сының белеме һай, ул географияны белгән кеше түгел. Трактатты яҙған был монах мәғлүмәттәрҙе ҡайҙандыр алған, тип иҫәпләйем. Ана шул оригиналь сығанаҡты табып, яҙмаларҙы ныҡлап өйрәнергә ҡала. Шул сағында үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап табырбыҙ, һис шикһеҙ!
– Беҙҙең атаҡлы ғалим-археолог Нияз Абдулхаҡ улы Мә­житов менән дә ошо карта ниге­ҙендә танышып киткәйнегеҙме?
– Эйе. Мин уға бәйләнешкә сыҡ­тым, үҙемдә булған мәғлүмәттәрҙе әйттем, ә ике көндән шылтыратыу яңғыраны: киләм, көтөгөҙ, тип.Картаны баҫып сығарыу буйынса башҡараһы эштәрҙе барланыҡ, Нияз Абдулхаҡ улы сығымдарҙы иҫәпләү, ойоштороу мәшәҡәттәрен иңенә алғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был пландарыбыҙға тормошҡа ашырға яҙманы... Ошо сикһеҙ тарихи мәғлүмәттәргә эйә булған картаны баҫтырып сығарыу арҙаҡлы башҡорт ғалимының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур аҙым булыр ине, тип уйлайым.
– Александр Григорьевич, Өфө II ҡаласығының тарих, ғөмүмән, фән өсөн әһәмиәтен нисек баһалар инегеҙ?
– Бындай проекттар – ул төркөм эше. Уның ағзалары һәр саҡта бер фекерле булмаҫҡа ла мөмкин, әммә уларҙың маҡсаты бер, һәм улар шуны асыҡ аңлай. Әлеге проектта маҡсат Көньяҡ Урал, Башҡортостан тарихына ҡағыла.Мин үҙем нимәгә һәләтле, нимә еңел килеп сыға, үҙемә ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә, шуның менән шөғөл­ләнеүҙе өҫтөн күрәм. Шуға ла бындай һорауға археологтарҙан уҙып яуап биреү бик дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйем. Бында бит белем генә түгел, тәжрибә, тикшеренеүҙәр һәм башҡа нәмәләр ҙә мөһим. Мин был сылбырҙа – икенсе. Карта­ларҙа, бәл­ки, беренсе булырмын (көлә – авт.). Әҙерлекле, белемле уҡыусы­ға ниндәйҙер фаразлауҙар түгел, ә ышаныслы сығанаҡ кәрәк. Ғәҙел һүҙле, ғилми яҡтан төплән­гән. Шуға ла төркөмдә һәр төрлө белгес булып, һәр ҡайһыһы үҙ тарафынан талап ителгәнде эшләй, ә аҙаҡ, төрлө киҫәктәрҙе тоташ­тырғас, бер бөтөн күренеш хасил була. Һәр ваҡыт: “Ҡайҙа документаль нигеҙләү?” тип һораған скептиктар була, һәм мин улар менән килешәм. Хәҡиҡәт мөһим. Уны эҙләргә генә кәрәк, алдараҡ әйткәнемсә, сығанаҡтар туп-тулы!– Ҡыҙыҡлы яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Александр Григорьевич!
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.
*Каталония – Испанияның бер өлөшө. Каталон атласы – 14-се быуатта, анығыраҡ әйткәндә, 1375 йылда, Авраам Крескес менән уның улы Иегуда Крескес төҙөгән донъя картаһы. Урта быуаттар картографияһында каталон мәктәбенең иң юғары ҡаҙанышы тип иҫәпләнә. **Францискансылар – католиктарҙа монах ордены. Франциск Ассизский нигеҙ һалған. Донъяуи ниғмәттәрҙән – ер биләмәһенән, матди байлыҡтан – ирекле рәүештә баш тартып, бик ярлы, хатта хәйерселектә йәшәгәндәр. Үҙеңде бөтә нәмәлә сикләп кенә рухи үҫешкә өлгәшеп була, тип иҫәпләгәндәр. Сәйәхәт итергә яратҡандар.
Автор:Вадут Исхаков
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас