Аварияла Renault водителе, Стәрлетамаҡтан 61 йәшлек ир, йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, ә киске сәғәт һигеҙ тирәһендә вафат булған. Уның 60 йәшлек ҡатыны төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.
Тәүлек эсендә республика юлдарында ун автомобиль фажиғәһе теркәлгән, өс кешенең ғүмере өҙөлгән, 12-һе яраланған.