Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 04:55

Бөтә донъя фольклориадаһында Хәйбулла районы делегацияһы ла ҡатнашты

-

Бөтә донъя фольклориадаһын мәҙәни олимпиада тип атарға мөмкин. Халыҡ-ара кимәлдәге күләмле сара 4 йылға бер тапҡыр ойошторола. Ҡатнашыусылар республиканың төрлө төбәктәрендә сығыш яһаны, сағыу тамашалар 22 ҡала, районда уҙҙы.
Был күләмле саранан район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Ун кешенән торған район делегацияһына бөтә донъя кимәлендәге иң матур һәм сағыу тамашаны күрергә насип булды.
Нәзифә Ҡыҙрасова, район мәҙәниәт йорто методисы:
  • Бөтә донъя фольклориадаһында беҙгә 4 июлдә Өфө урамдарында үткән иң сағыу тамаша, милли костюмдар парадында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Парад М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрынан башланды. Театр алдындағы сәхнәлә республика ҡала һәм райондарының ижади коллективтары сағыу номерҙарын күрһәтте. Сит илдән килгән фольклор коллективтарының матур сығыштарын ҡараныҡ. Фольклориада вәкилдәре менән аралашып, фотоға төштөк. Донъя кимәлендәге әһәмиәтле сарала ҡатнашыуыбыҙға ҡыуанып ҡайттыҡ. Унда ҡатнашыу беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә булды. Бындай күләмле сараның нәҡ Башҡортостанда үтеүе өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерҙек.
  • Сания Ғәлина, район балалар моделле китапханаһы китапханасыһы:
    • Бөтә донъя фольклориадаһы сараларында ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын. Сара бик юғары кимәлдә үтте. Сит ил вәкилдәренең милли костюмдарының матурлығы, сағыулығы таң ҡалдырҙы.
      Греция бейеүселәре бик боронғо кейемдә бейеүҙәре оҡшаны, мексикандар сағыу биҙәктәр менән ғәжәпләндерҙе, Австрия, Словакия, Индонезия артистары музыка, бейеү һәм йыр аша үҙҙәренең ил мөхитенә сорнаны. Барыһын да үҙ күҙҙәрең менән күреү бик ҙур бәхет.
      Парад аҙағында “Ватан” этнопаркында парадта ҡатнашыусылар ҙур әйлән-бәйләнгә теҙелде. Унда бер юлы ике донъя рекорды ҡуйылды. Шул рекордҡа үҙ өлөшөмдө индереүемә шатмын. Был бик ҙур иҫтәлек.
    • Рәзифә Байғусҡарова, үҙәк район китапханаһы китапханасыһы:
      -Донъя кимәлендәге мәҙәни олимпиадала һәр бер халыҡтың рухи көсө, мәҙәниәте менән сорналған мөхиттәге парадта ҡатнашып, тик ыңғай энергия алдыҡ. Төрлө милләт вәкилдәре менән бергә әйлән-бәйләндә йөрөп, үҙебеҙгә илаһи көс тупланыҡ. Унда рекорд ҡуйыуҙа ҡатнашыуыбыҙа сикһеҙ ғорурланам.
      Автор:Разиля Байгускарова
      Читайте нас