Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 17:49

Ҡайнатмалар әҙерләп ҡалайыҡ

Һәр хужабикәнең аш-һыу өлкәһендә үҙе генә белгән серҙәре, рецептары була. Бөгөн беҙ уларҙың бер нисәүһенә мөрәжәғәт итеп, ҡайнатма әҙерләү серҙәре, ғөмүмән, был эшкә ҡағылышлы кәңәштәр менән таныштыҡ.

Һәр хужабикәнең аш-һыу өлкәһендә үҙе генә белгән серҙәре, рецептары була. Бөгөн беҙ уларҙың бер нисәүһенә мөрәжәғәт итеп, ҡайнатма әҙерләү серҙәре, ғөмүмән, был эшкә ҡағылышлы кәңәштәр менән таныштыҡ.
“Гөлмәрфуға”нан – баҡса еләге ҡайнатмаһы
Тәүге һүҙ – журналист, шағирә, “Тамаша” журналының бүлек мөхәррире Миләүшә Ҡыҙрасоваға. Ул иң тәүҙә беҙҙе үҙенең аш-һыу бүлмәһендәге, дөрөҫөрәге, йәйге ала­сығындағы әхирәте – “Гөл­мәрфуға” исемле мейесе менән таныштырҙы. Был ҡупшы мейесте бынан алты-ете йыл элек уның тормош юлдашы Әнәс ағай сығар­ған, ә биҙәү эштәрен Миләүшә апай үҙе башҡарған. “Рус халыҡ әкиә­тендәге Емеляның мейесе ише күңелле генә ҡиәфәте менән йәм биреп ултырһын әле тип, балсыҡ­тан күҙ, ҡаш, танау эшләп, төҫлө итеп буяп ҡуйҙым. Тәүҙә Ҡыҙыл ҡалпаҡ булыр, тип башлағайным, эшләй килә, ул үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙына оҡшаны ла ҡуйҙы. Шулай итеп, тәңкәләр төшөрөп, биҙәнем. Ижад иткән саҡта уҡ “Гөлмәрфуға” тигән исем башыма килгәйне, халҡыбыҙҙың шулай тип аталған бик матур йыры ла бар. Хәҙер инде ул минең “әхирәтемә” әйләнде”, – ти йәйге ялдарын Хәйбулла районының Әбеш ауылында үткәргән Миләүшә апай. Ул усаҡ өҫтөндәге ҡаҙанда әҙерләгән ҡайнатма рецебы менән дә уртаҡлашты. “Ҡоролоҡтан, ҡа­рыш­лауыҡ һәм саранча кимере­үе­нән миктәгән Урал аръяғында ер еләгенән кинәнеп булманы быйыл. Был осраҡта һыу һибеп үҫтер­гән баҡса еләгенән дә тәмле ҡай­натма эшләй уңған хужабикәләр.Йыйып киптерелгән ике килограмм еләккә ике килограмм шәкәр һалып, һуты сыҡһын өсөн бер тәүлек ултыртып торорға. Һүрән генә утта 10 минут ҡайнатҡас, ике аш ҡалағы лимон һуты йәки бер ҡалаҡ лимон кислотаһы өҫтәп, тағы ла 10 минут ҡайнатырға”, – тип һыналған рецебын тәҡдим итте уңған хеҙмәттәшебеҙ.
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра
Фәриҙә апай Сәлимйәнова Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында йәшәй. Ул – 40 йылға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пунктында акушерка булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле хеҙмәт ветераны.
“Ҡыш көндәре ҡорама ҡорайым, ә йәй етһә, баҡсанан инмәйем. Беҙҙең төбәктә һауа шарттары бик ҡырыҫ, шулай булһа ла төрлөһөн үҫтерергә тырышам, йыл һайын мул уңыш алам. Баҡсабыҙҙа алма, ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге, айыу баланы, күк һәм ҡыҙыл көртмәле, магнолия, виноград, ҡарбуз, ҡауын һәм башҡа емеш-еләктәр, йәшелсәләр үҫә”, – тип һөйләп үтте Фәриҙә Ғәлийән ҡыҙы. Улар хатта Башҡортостан юлдаш телеканалының “Бай баҡса” тапшырыуы геройҙары ла булған икән. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тип, һәр мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәгән Фәриҙә апай ҡышҡылыҡҡа һәр төрлө ҡайнатмаларҙы, турама­ларҙы күпләп әҙерләй, төрлө тәм менән ҡорот та эшләй. Бөгөн ул һеҙҙең иғтибарға бер нисә рецепт тәҡдим итте.
Энәлек һәм миләштән повидло
Энәлек менән миләште халыҡ бик ҡулланып бармай. Ә уларҙан бик тәмле, файҙалы повидло эш­ләргә мөмкин. Емештәрҙе матур итеп таҙартып, йыуып, суйын һа­уытҡа һалып, әҙ генә һыу ҡойоп, бешерергә ҡуябыҙ. Йомшарғас, иләк йәки һут һыҡҡыс ҡулланып, һутын сығарабыҙ. Ике килограмм энәлек һәм 2,5 килограмм миләш һутына дүрт килограмм шәкәр һа­лып, повидло ҡайнатабыҙ. Матур ғына, ҡыҙғылт һары төҫтәге ҡат­нашма килеп сыға. Ҡышҡыһын бәлештәр бешереү өсөн бик йәтеш була (Фәриҙә апай миләш менән энәлекте айырым бешереүен әйтте, был һәр кемдең үҙ ҡарамағында – автор).
Еләк менән ҡарағаттан ҡайнатма
Иң тәүҙә еләкте ит турағыс аша үткәреп, 1:1 нисбәттә шәкәр һалып ҡайнатып алабыҙ. Ошо массаға йыуып киптерелгән ҡарағатты бө­тәү килеш һалабыҙ ҙа тағы бер аҙ ҡайнатып алабыҙ. Бик үҙенсәлекле, тәмле ҡайнатма килеп сыға.
Крыжовниктан шәп тәмлекәс!
Крыжовникка банан, грек сәтлә­үеге ҡушып ҡайнатһаң, бигерәк тәм­ле була. Шәкәр 1:1 нисбәтендә, емештәр һәм сәтләүек сама менән алына. Бананды турарға, сәтләүек­те полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, өҫ­төнән туҡмас таяғы менән йө­рөтөп ваҡларға. Йыуып әҙерләнгән крыжовникты ҡушып, бишәр минуттан өс тапҡыр ҡайнатып алырға.
Ике төрлө еләктән
Өс килограмм баҡса еләген таҙартып, йыуып, таҙа таҫтамалға (салфеткаға) һалып ҡуябыҙ. Бер аҙ кипкәс, ит турағыс аша үткәрәбеҙ һәм 4,5 килограмм шәкәр һалып, биш минут ҡайнатабыҙ. Ошо массаға таҙартылған ике килограмм ер еләген һалып, тағы биш минут ҡайнатабыҙ ҙа уттан алабыҙ. Өҫтөнә сыҡҡан күперекте мин бер ваҡытта ла алмайым, варенье һыуынғансы ипләп кенә бер нисә мәртәбә болғап алһаң, күперек бөтә. Ҡайнатма һыуынғас, тағы биш минут ҡайнатабыҙ, шулай өс тапҡыр эшләйбеҙ. Ҡуйы ғына, иҫ киткес тәмле, еләк еҫтәре аңҡып торған ҡайнатма килеп сыға. Әйткәндәй, ҡайнатмаларҙы һыуын­ғас ҡына банкаларға һалам, өҫтө күгәрмәһен өсөн иретеп май ҡоям.
Ҡаҡ эшләү
Ҡаҡ эшләү бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай: таҙа итеп йыуылған еләк-емеште, мәҫәлән, ҡара ҡарағатты, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Саҡ ҡына шәкәр һалырға мөмкин, мин һалмайым. Батмусты ҡаймаҡ менән майлап ебәрәбеҙ ҙә ҡатнашманы йәйеп киптерәбеҙ.
Ирәүәндән джем
Ирәүән һабаҡтарының тышын әрсеп, саҡ ҡына һыу ҡойоп, 1:1 нис­бәтендә шәкәр һалып ҡайна­табыҙ. Килеп сыҡҡан массаны блендер менән иҙәбеҙ. Төҫөн матур булһын тиһәгеҙ, еләк, сейә йәки әҙ генә күрәгә өҫтәргә мөмкин.
Автор:Вадут Исхаков
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-07-09/aynatmalar-erl-p-alayy-2401340
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас