Артабан улар араһында ыҙғыш сығып, йәш егеттәр таныштарын туҡмай башлай. Зыян күреүселәрҙең хоҡуҡ һаҡлау органына мөрәжәғәт итеүенән ҡурҡып, енәйәт эше фигуранттары тимер торба алып килеп, ирҙәрҙең башына күп тапҡыр һуғалар. Ауылдаштары енәйәт урынында йән биргәс, уларҙың мәйеттәрен урманға алып барып ташлайҙар.