Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, Хәйбулла районында төҙөлгән «Юбилейный» руднигында 340 метр горизонтында тау тоҡомдары ишелгән.
Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, ер өйөмө аҫтында бер кеше – тейәүсе машина водителе бар. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыу-эҙләнеү эштәре ойошторолған, дүрт берәмек техника һәм 20 кеше йәлеп ителгән. Ваҡиға урынына Сибай хәрбиләштерелгән тау-ҡотҡарыу взводының көстәре йүнәлтелгән.
«Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең «Юбилейный» руднигында баҡыр мәғдәне сығарыла. Шахтаның оҙонлоғо 610 метр тәшкил итә.