Башҡортостанда Ҡыҙылташта бер бала юғалған. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында 7 июлдә билдәле булған. Поход ваҡытында бала ата-әсәһе менән ҡаяға менгән.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар Белорет районына 5 йәшлек малайҙы эҙләргә ебәрелгән.
Ведомствола белдереүҙәренсә, белгестәрҙең ярҙамы талап ителмәгән. Малайҙы ата-әсәһе тапҡан.
Йыл башынан экстрен хеҙмәттәргә ун баланың юғалыуы тураһында туғыҙ хәбәр килгән. Уларҙың бөтәһе лә табылған.