Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 07:00

Таусылар ҡалаһы ете илде сәләмләне

-

Кисә учалылар ете ил вәкилдәрен ҡаршы алды. Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария һәм Албания ҡунаҡтары урындағы халыҡ алдында сығыш яһаны.
Мөһим сара халыҡ менән шығырым тулы “Таусы” стадионында көндөҙгө 13.00 сәғәттә ҡала-райондың ижади коллективтары сығышы менән башланды, һуңынан фестиваль ҡунаҡтары һәм байрамда ҡатнашыусылар стадион буйлап милли кейемдәр парадында ҡатнашты.
14.00 сәғәттә фестивалде тантаналы асыу сараһы үтте. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, муниципаль район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙеләр. Артабан фольклориада ҡунаҡтары сәхнәгә сыҡты.
Һәр ил вәкилдәре үҙ халҡы мәҙәниәтен, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙенсәлекле итеп күрһәтергә тырышты, уларҙың сығышын учалылар дәррәү алҡыштарға күмде.
АҠШ һәүәҫкәрҙәре рус телендә “Подмосковные вечера”, Коста Риканан килгән ҡунаҡтар “Калинка”ны, Черногория артистары “Катюша”ны йырлап учалыларҙың күңелен күтәрҙе. Ә мадьярҙар башҡортса “Ҡарабай” йырын башҡарған саҡта, хатта тамашасылар ҡушылып йырланы.
Концерттарҙан тыш, фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар ҙа ойошторолғайны. Ҡунаҡтарҙың берәүҙәре уҡ-һаҙаҡтан атып, мәргәнлеген һынаһа, икенселәре ҡул тирмәнен тартып ҡараны, өсөнсөләре иҫтәлеккә сувенирҙар һатып алды.
Учалылар ҡунаҡтарҙың милли кейемдәре, музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһынды. Швейцарҙарҙың ауырлығы 7 килограмм, оҙонлоғо 5 метр тәшкил иткән альпенгорн тип аталған милли музыка ҡоралын тотоп ҡараусылар ҙа булды.
Ә ҡырғыҙҙар менән тәржемәсеһеҙ ҙә аңлашты учалылар. “Нур” фольклор ансамбле һәүәҫкәрҙәренең милли кейемдәрендә башҡорт кейемдәренә оҡшашлыҡ та сағыла ине.
Автор фотолары.
Автор: Римма Султанова.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас