21 июлдән «Төркиә һауа юлдары» «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Истанбулға осоштарға әйләнеп ҡайта. Был турала авиакомпанияның рәсми сайтында хәбәр ителә. Тура рейстар дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә башҡарыла. Осоу ваҡыты – 4 сәғәт 25 минут, эконом-класта билет хаҡы 23 мең һумдан башлана.